Красноусол ҡасабаһының "Миләшкәй" балалар баҡсаһында хәҙер "Хәтер мөйөшө" бар. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арнап асылды үҙәк. Тантанаға килгән ҡунаҡтар иҫтәлекле экспонаттар бүләк итте. Был мөйөш үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләүҙә мөһим этап булып тора.