Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
5 Февраль , 21:45

Сталинградҡа арнап

2 февраль – Сталинград ҡалаһын азат иткән көн. 200 тәүлек барған ҡаты һуғыш беҙҙекеләрҙең еңеүе менән тамамлана. Ошо иҫтәлекле көнгә арнап китапханабыҙҙа Хәтер дәресе үткәрҙек. Әйткәндәй, ҡала хәҙер Волгоград тип атала.

Сталинградҡа арнап
Сталинградҡа арнап

Тарихыбыҙҙы оноторға ярамай. Ата-бабаларыбыҙ беҙҙең яҡты бөгөнгөбөҙ өсөн ҡан ҡойған бит. Был дәрестә балалар Сталинградта барған ҡаты һуғыштар, уны һаҡлаусыларҙың батырлығы хаҡында белде. Иң ҡурҡынысы – 1942 йылдың 23 авгусында ҡала бомбалар ямғыры аҫтында ҡала һәм тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға яҙа. Тик совет һалдаттары бирешмәй, фашистарға ҡаршы ныҡ тора. Дошман ҡыйратыла.
Был ваҡиғалар тураһында үҙебеҙ генә һөйләп ҡалманыҡ, тарихи китаптарҙан өҙөктәр ҙә уҡыныҡ. Осрашыу аҙағында уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Күргәҙмәлә Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы китаптар менән дә танышыр­ға мөмкин ине.

Анна ЕГОШИНА, 38-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: