+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бөйөк Еңеүгә - 80 йыл
25 Февраль 2025, 13:20

Герой-пионер Лёня Голиков

Лёня Голиков Псков өлкәһенең Лукин ауылынан. Һуғыш башланғанда уға 15 йәш була.

Герой-пионер Лёня ГоликовГерой-пионер Лёня Голиков
Герой-пионер Лёня Голиков
Ауылдарын дошман баҫып алғас, фашистарҙан үс алыр өсөн малай партизандарға китә. Улар дошман колонналарына һөжүм итә, поездарҙы шартлата, немец офицерҙарын һәм һалдаттарын юҡ итә. Фашистарҙың ҡотон алып бөтәләр.
 
Лёняға күп тапҡырҙар разведкаға барырға, кәрәкле мәғлүмәттәр алып килергә тура килә. Ошо мәғлүмәтте фай­ҙаланып, дошман поездары, машиналары, яғыулыҡ складтары шартлатыла, күперҙәр емертелә.
 
Бер ваҡыт йәшеренеп ултырған сағында немец машинаһы килгәнен күреп ҡала. Ни эшләргә? Бындай машиналарҙа ҙур дәрәжәле кешеләр йөрөгәнен яҡшы белә ул. Башта егет оҙатып килеүсе һаҡсылар булмауын асыҡлай, шунан тегеләрҙең яҡыныраҡ килеүен көтә лә граната ташлай. Ҡаты гөрһөлдәү ишетелә. Машина туҡтап ҡала. Унан ике фриц сығып, Лёняға табан йүгереп килә башлай. Йәш партизан ҡурҡып ҡалмай, автоматынан ут аса. Береһен шунда уҡ үлтерә, икенсеһе урманға ҡаса. Әммә егеттең пуляһы уны ла ҡыуып етә. Генерал Рихард Витцем була был әҙәм. Ҡулындағы портфелендә бик кәрәкле документтар ятҡан икән. Уларҙы самолёт менән Мәскәүгә ебәрәләр. Оҙаҡламай партизандар хәрәкәтенең төп штабынан ошо операцияла ҡатнашыусыларҙың барыһын да Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итергә тигән бойороҡ килә. Ә ҡатнашыусы берәү генә була. Йәш үҫмер Лёня Голиков ҡына! Портфелдә, ысынлап та, бик мөһим мәғлүмәттәр һәм һыҙмалар табыла.
 
Ошо ҡаһарманлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була егет. Тик үҙе иҫән ваҡытта алып ҡына өлгөрмәй.
 
...1942 йылдың декабрендә отряд ҡамауға эләгә. Улар 50-ләп кенә кеше ҡала. Рация эшләмәй, патрондар һанаулы ғына. Башҡа отрядтар менән бәйләнеш булдырырға, аҙыҡ-түлек табырға тырышыу партизандарҙың үлеме менән тамамлана. 1943 йылдың ғинуар төнөндә хәлһеҙләнгән 27 һалдат Острая Лука ауылы ситендәге өйҙәргә килеп урынлаша. Разведка ла шикләнерлек бер ни ҙә күрмәй. Не­мецтар­ҙың гарнизоны ла ауылдан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта була. Кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итмәҫ өсөн отряд командиры һаҡ ҡуймаҫҡа хәл итә. Ләкин иртәнсәк уларҙы татлы йоҡоһонан пулемёт тауышы уята. Ауылда һатлыҡ йән табылып, немецтарға хәбәр итә. Көсөргәнешле алышта партизандар бригадаһының бөтә штабы батыр­ҙарса һәләк була. Шул иҫәптән Лёня Голиков та.

 

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас