Унда балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Беҙҙең «Ләйсән» балалар баҡсаһынан Рамазан Туймаҡаев менән Ғайса Биканов оҫта итеп шиғыр һөйләп, III урын яуланы.
Бәйгелә призлы урын алған балалар шулай уҡ район мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы асыу тантанаһында ла ихлас ҡатнашты.
Гөлназ НАЗАРОВА,
тәрбиәсе.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.