Йәше еткәс, 1944 йылдың март айында әрмегә саҡырыла. Уны Ырымбур өлкәһендәге Быҙаулыҡ ҡалаһына хәрби училищеға уҡырға ебәрәләр, 1945 йылдың июнендә Германияға юллана.
Ул снайпер була. Яңы сыҡҡан винтовкаларҙан атып ҡарап, һәр бер ҡоралға характеристика ла яҙа. Һуңынан аэрофототөшөрөүсе һөнәрен үҙләштерә. 1949 йылда ғына тыуған ауылына ҡайтып төшә. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Мөхәмәҙиә олатайым Нөгөш урмансылығында бухгалтер булып эшләй. Сабира өләсәйем менән ете ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ҡарт олатайым Әҡсән Фәйзулла улы Яҡшыев 1882 йылғы, ул 1910 йылда хәрби хеҙмәткә алына, I Бөтә донъя һуғышында ҡатнаша. Германияла әсирлектә була, унан 1918 йылда ғына ҡотола.
Октябрь революцияһы еңгәс, Ҡыҙыл Армияға алына. Шул ваҡыт тиф менән ауырып китә, тыуған яғына көс-хәл менән ҡайтып етә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ишембай станцияһына йөк ташый, һалдаттарҙы йөрөтә.
Бер ваҡыт юлда һуғыштан яраланып ҡайтып килеүсе яугирға сәкмәнен бирә һәм үҙе өшөп һалҡын алдыра. Хәле насарайып китеп, 1944 йылда вафат була.
Минең өләсәйем Сабира Ғөбәйҙулла ҡыҙы 1930 йылда Ерек ауылында тыуған. Уның атаһы Ғөбәйҙулла Мөхәмәҙулла улы Нәҙерғолов Бөйөк Ватан һуғышына тиклем колхозда бригадир булып эшләй. Ауылдың беренсе тракторсыһы ла икән үҙе. Физик яҡтан бик көслө һәм рухлы кеше була. 1942 йылда фронтҡа китеп, хәбәрһеҙ юғала. Ҡарт өләсәйем биш балаһын бер үҙе ҡарап үҫтерә.
Бына ошондай ҡаһарман батырҙар нәҫеленән мин. Бының менән ғорурланам.
Хәкимә ЯҠШЫЕВА,
IX синыф уҡыусыһы.
Мәләүез районы,
Нөгөш мәктәбе.