Илебеҙ именлегенә хәүеф янағанда, уны һаҡлап, яҡлап, бер булып күтәрелгән яугирҙарыбыҙға, уларҙың яҡындарына арналған тантананы гимназиябыҙҙың «Урал бөркөттәре» ансамбле рухлы йыр менән башлап ебәрҙе.
Бөгөнгө хәрби махсус операцияла Ватаныбыҙ ҡаһармандары менән бер рәттән Ейәнсура районының да илһөйәр, ҡыйыу егеттәре ҡатнаша. Уларға арналған шиғырҙар менән башланғыс синыфтар сығыш яһаны.
Гимназиябыҙ уҡыусыһы Айгүзәл Мөхәмәтйәнованың:
Ҡайтыр әле, тип ышанып,
Өмөттәрен һүндермәй,
Доғаларын уҡый-уҡый,
Көтә ғәзиз улын әсәй.
Тик белмәй шул әсә улының
Сит ерҙәрҙә ятып ҡалыуын.
Тыуған илен дошмандан һаҡлап,
Ят илдәрҙә башын һалыуын.
Еңеү көнө. Юғалтыуҙар аша
Килер беҙгә бәхет көнөбөҙ.
Булһын илдә тыныслыҡ,
Аяҙ торһон күгебеҙ! – тигән шиғыр юлдары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Рухлы шиғыр юлдарын дәртле йырҙар алмаштарҙы.
Гимназиябыҙҙың Шайморатов синыфы ла был исемде ғорур йөрөтә. Уларҙың сығышын алҡыштарға күмделәр. Йәш шайморатовсылар башҡарған «Шайморатов генерал» йырына барыһы ла ҡушылды.
Тантаналы линейкаға килгән ҡунаҡтар уҡыусыларҙы физик яҡтан көслө булырға, тырышып уҡырға саҡырҙы. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, тип ышандырҙы улар.
Эйе, ошондай илһөйәр, Ватан яҡлар батырҙарыбыҙ булғанда, Тыуған еребеҙҙә Еңеү ҡояшы һис шикһеҙ балҡыр.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылын асыу тантанаһы ошондай яҡты өмөт менән тамамланды. Саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған күргәҙмә менән дә танышты.
Осрашыу аҙағында бергәләп иҫтәлеккә фотоға төштөк.
Азалиә ҒҮМӘРОВА,
VIII синыф уҡыусыһы.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғолдағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге
башҡорт интернат-гимназияһы.