Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
1 Март , 17:34

Өсмөйөшлө хаттар

Һеҙ өсмөйөшлө хаттарҙың нисек барлыҡҡа килгәнен беләһегеҙме?

Өсмөйөшлө хаттар
Өсмөйөшлө хаттар

Беҙҙең китапханаға йөрөгән балаларға һөйләнек уның тарихын. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге аҙналарында конверттар етмәй башлай. Нәҡ шул ваҡытта өсмөйөшлө хаттар уйлап табыла ла инде. Улар тыл менән фронттың өмөт һәм элемтә символына әйләнә.
«Һалдатҡа хат» хәрби акцияһына ҡушылып, беҙ үҙебеҙҙең әүҙем китап уҡыусылар менән өсмөйөшлө хат яҙырға булдыҡ. Балалар ихлас тотондо был эшкә. Һәр кем матур, хатаһыҙ яҙырға тырышты. Уҡыусылар һалдаттарға ныҡлы һаулыҡ һәм тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.

Әлиә НИҒМӘТУЛЛИНА,
22-се моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәре.
Өфө ҡалаһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: