Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
10 Март 2025, 21:58
1

Волгоградҡа поезд китә

14 мартта реконструкторҙар менән Өфөнән Волгоградҡа барырға мөмкин.

Волгоградҡа поезд китә
Волгоградҡа поезд китә

Проект Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Пассажирҙарҙы хәрби-тарихи йәмғиәт реконструкторҙары оҙатып барасаҡ. Юлда Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында һөйләйәсәктәр.

460 сәйәхәтсенең күбеһе уҡыусылар буласаҡ. Улар Волгоград ҡалаһының иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ. 

Ошондай сәйәхәт апрелдә лә ойоштороласаҡ.

Фото: culture.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас