Был номинацияла ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан, Афған, Чечен һуғыштары, махсус хәрби операция хаҡында башҡорт телендә яҙылған шиғырҙарҙы һөйләргә тейеш. Яңғыҙ ҙа, бергәләп тә (2-3 ҡатнашыусы) башҡарырға мөмкин. Сығыш яһаған саҡта музыкаль оҙатыу, декорация, костюм файҙаланырға була. Ваҡыт: 3 минутҡа тиклем. Сығыш яҙылған видеороликтар «Бәйләнештә» («ВКонтакте») социаль селтәрендә ошо конкурс хаҡындағы пост аҫтына комментарий итеп урынлаштырыла. Ҡатнашыу тураһында ғаризаны айырым гәзиттең электрон почтаһына йә «Бәйләнештә» төркөмө аша ебәрергә кәрәк буласаҡ (1-се ҡушымтаны ҡарағыҙ). Шунһыҙ эштәр ҡаралмай.
Конкурстың положениеһы менән ентекләп танышып сығыуығыҙ һорала: https://yanshishma.com/articles/b-ygel-r/2025-03-13/utly-yyldar-auazy-aman-ya-yray-4155726.