+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Ленинград блокадаһы ветераны

...Ҡалала бесәйҙәр ҙә, эттәр ҙә бөтә. Уларҙы ла кешеләр ашаған, тиҙәр. Урамдарҙағы мәйеттәрҙең дә һөйәктәре генә ҡал­ған, итле ерҙәрен ҡырҡып алып киткәндәр.

Ленинград блокадаһы ветераныЛенинград блокадаһы ветераны
Ленинград блокадаһы ветераны

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Шәкирә ҡартөләсәһе Ленинградта йәшәгән була. 1930 йылдарҙа уҡ атаһы Ғибәҙулла, әсәһе Мәрзиә һәм Факиһа исемле апаһы менән бында күсеп киләләр. Атайҙары Молотов исемендәге заводҡа эшкә урынлаша. Апаһы шунда уҡый башлай. Мәктәпте тамамлағас, юғары белем алырға уйлай. Тик бер йыл эшләп, өҫ-башын бөтәйтеп алырға ҡарар итә. Шул саҡта проводниктар әҙерләү өсөн курсҡа уҡыусылар ҡабул итеүҙәре хаҡында белеп ҡала. Уҡып сығып, төрлө ҡалаларға рейстарға йөрөй башлайҙар. Тик, һуғыш башланыу сәбәпле, Ленинградҡа ҡайта. Уны ҡаланы обороналау эштәренә ебәрәләр. Землянкала ятып эшләйҙәр. Көнөнә 250 грамм икмәк бирәләр. Аштарында – бер бәрәңге лә ике туҡмас. Июндән алып мартҡа тиклем ваҡыт эсендә бик күптәр ауырлыҡтан да, аслыҡтан да үлеп ҡала. Ҡала ситендә танкылар үтмәһен өсөн окоптар, соҡорҙар ҡаҙалар, урман киҫәләр. Үлгән кешеләрҙе күмеүсе юҡ, урман ситенә алып барып, ҡар менән генә ҡаплап ҡуялар.
Ленинградта ҡалған атаһы, әсәһе, бәләкәс туғаны Шәкирә лә бик ауыр йәшәй. Атай­ҙары сирләп киткәс, заводтан өйҙәренә алып киләләр. Ул ауырып ята, әсәйҙәре эшһеҙ. Шәкирәгә – ни бары биш йәш кенә.
Ҡалала һыуға ҡытлыҡ. Ут юҡ, ашарға икмәкте карточка менән генә бирәләр: ололарға – 250, балаларға – 125 грамм. Урамдағы ҡарҙы алып инеп, иретеп эсәләр. Ҡар аҫтында йыш ҡына кеше кәүҙәләре килеп сыға. Уларҙы йыйып алып китеп өлгөрә алмайҙар. Аслыҡтан хәлһеҙләнгән кешеләр урамдан китеп барған ерҙән генә лә ятып үлгән. Ҡалала бесәйҙәр ҙә, эттәр ҙә бөтә. Уларҙы ла кешеләр ашаған, тиҙәр. Урамдарҙағы мәйеттәрҙең дә һөйәктәре генә ҡал­ған, итле ерҙәрен ҡырҡып алып киткәндәр. Әсәйҙәренең карточкаға оҙон сират тороп ҡайтып килгән икмәктәрен хулигандар тартып алған. Буш ҡул менән ҡайтҡас, ул ҡайҙандыр ҡатып ятҡан елемде табып алып, һыуҙа ҡайнатып, шуны аш итеп эскәндәр. Ҡышҡы һыуыҡта өйҙө йылытыр өсөн эвакуация менән һуғыш бармаған ерҙәргә күсеп киткән күршеләренең ултыр­ғыстарын, өҫтәлдәрен индереп яҡҡандар. Атайҙары үлеп китә. Өс көн буйына мәйеттәрҙе өй беренсә йыйып йөрөүселәргә әйтмәйенсә карточкаһына тейешле икмәкте алып ашап йәшәп ҡалалар, әҙ булһа ла тамаҡ туй­ҙыралар.
Ҡаланан ситтә эшләгән апаһы бер көн яҡшы хәбәр алып ҡайта. Теләгән кешеләргә тыуған яҡтарына ҡайтырға рөхсәт ителә икән. Төнө буйы булған ғына әйберҙәрен төйнәп, санаға өҫтәл таҡтаһын һалып, шунда нәмәләрен теҙеп, эвакопунктҡа баралар. Апайҙары көн буйына йөрөп документтар юллаған була. Иртән сығып киткән кешеләр кис саҡ барып етә ҡаланың икенсе ситендәге эвакопунктҡа. Атларлыҡ та хәлдәре булмай. Бәләкәс Шәкирәне санаға әйберҙәргә һөйәп ултыртып ҡуялар. Әммә ул ҡолай ҙа китә икән. Яңынан күтәреп ултырталар. Бахырҙың аслыҡтан кәүҙәһен тотоп ултырырлыҡ тә хәле булмай шул. Апаһы сананы һөйрәй. Әсәһе әйбер­ҙәргә йәбешеп саҡ атлап килә. Һөйрәргә ауыр, тип байтаҡ әйберҙәрҙе ташлап китәләр. Эвакопунктҡа барып еткәс, уларға ҡарабойҙай бутҡаһы менән бәләкәй генә сосиска бирәләр. Ундай ашамлыҡты күреп өйрәнмәгәс, төшмө икән был, тип аптырап китәләр. Әммә был ризыҡ ас кешеләргә килешмәй, әсәйҙәре эсен тотоп ултыра, кескәй Шәкирәнең ашағаны кире сыға...
Юлдарына ике икмәк, бер плитка шоколад биреп йөк машинаһына ултыртып, төнгө Ладога күле аша алып китәләр. Шул саҡта немец самолёттары килеп сығып, бомбаға тота башлай. Алда барған машина һыу төбөнә китә. Шунда бер әсә боҙ өҫтөнә: «Баламды ҡотҡарығыҙ!» – тип төйөнсөк ырғытып өлгөрә. Боҙ фонтаны араһынан ул сабыйҙы бер ир тотоп ала. Ә фашистар хихылдап көлөп, күңелдәре булып, осоп китә. Аҙаҡ ул Ладога күлен «йәшәү юлы» тип атайҙар. Уның аша иҫән-һау үткән Ҡорманаевтар мең михнәттәр менән Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылына ҡайтып йығыла.
...Бына ошолар хаҡында яҙа Өфөләге 114-се мәктәптең III «В» синыфы уҡыусыһы Эминбәк Кирәев тарих буйынса үткәрелгән олимпиадала ҡатнашып.
Хәҙер ҡартөләсәһе Шәкирә Ҡорманаева (әле Бикбулатова) Өфөлә йәшәй. Факиһа апаһы күптән мәрхүмә инде. Ҡартөләсәһенә быйыл көҙ, Башҡортостандың тыуған көнөндә, 11 октябрҙә, 90 йәш буласаҡ. Һәр 9 майҙа уны баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған Еңеү парадына почётлы ҡунаҡ итеп саҡыралар, трибунаға ултырталар. Блокада кисергән бала сағы тураһында һөйләргә мәктәптәргә, колледждарға осрашыуҙарға саҡыралар. Айырыуса Ленинград блокадаһын кисергән ветерандарҙы берләштергән ойошма улар хаҡында хәстәрлек күрә.
Шәкирә Ғибәҙулла ҡыҙы көн дә доғалар уҡып, илдәр именлеген, һуғыштарҙың тиҙерәк туҡталыуын, һалдаттарҙың ғаиләләренә иҫән-аман ҡайтыуҙарын теләп ултыра. Ике ҡыҙы, кейәүҙәре, туғыҙ ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәләре хәстәрен тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Бала сағында шундай ауырлыҡтар күреп, асҡа интегеп тә иҫән ҡалып, ошо көнгәсә тыныс тормошта ғүмер кисереүенә Аллаһ Тәғәләгә рәхмәттәр әйтеп, шөкөр ҡылып йәшәй. Уға Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын да ҡаршылап, үҙенең 90 йәшлек юбилейында яҡындары менән бергә ҡыуанып ултырыуын теләйек.

З. ҠОТЛОГИЛДИНА.
Автор фотоһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас