Унда 11 апрелгә тиклем торасаҡ. Белеүебеҙсә, Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес алыштары 1942 йылда нәҡ Сталинградта барған.
Ә Башҡортостанға поезд-музей 29 апрелдә иртәнге сәғәт 10-сы яртыла килеп етәсәк һәм 2-се яртыға тиклем торасаҡ. Шул уҡ көндө киске 7 тула 10 минуттан 10-сы 20 минутҡа тиклем Стәрлетамаҡ халҡы Еңеү поезын күрә аласаҡ.
Экскурсияға эләгер өсөн бер-ике көн алдан Поезд Победы сайтында теркәлеү үтергә кәрәк буласаҡ. Ошо экспозицияларҙы ҡарау өсөн бушлай электрон билет була ла инде. 6 йәшкә тиклемге балаларҙы индермәйҙәр. 11 йәшкә тиклем атай-әсәйҙәре менән бара ала. 12 йәштән Еңеү поезына үҙаллы инергә мөмкин.
Фото: com.