Мәләүездәге Дан аллеяһында һуғыш осоро балаларына һәйкәл ҡуйыласаҡ. Скульптура композицияһында буйы 160 сантиметр булған үҫмер ҡыҙ һәм унан бәләкәйерәк малай һүрәтләнә.
Һәйкәлдең эскизын "Һуғыш балалары" ойошмаһы хуплаған. Композицияның авторы - Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Рәссамдар берлеге ағзаһы, скульптор Игорь Павлов.
Фото: com.