

Ул сара Куйбышевта (Һамар) 1945 йылдың 7 ноябрендә үткән парадҡа бағышланған ине. 14-се Хәтер парадында 7,5 мең кеше ҡатнашҡан.
Кисә Өфөлә еңеүсе кадеттарҙы бүләкләү булды. Тантанала буласаҡ осоусылар 1945 йылда Рейстахҡа ҡаҙалған Еңеү байрағының күсермәһен күтәрҙе. Кадеттарҙы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, махсус хәрби операция ветерандары ойошмаһы рәйесе Оскар Ситдиҡов, шулай уҡ ветерандар Артур Ғәлиев һәм Олег Мөфтәхетдинов тәбрикләне.
Хәтер парады еңеүселәрен Хәтер Парады иҫтәлегенә әҙерләнгән иҫтәлекле билдә менән бүләкләнеләр. Уларҙы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов тапшырҙы.
- Парад ваҡытында ныҡ тулҡынландым һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Беҙ Башҡортостан данын яҡланыҡ. Ныҡлы әҙерлектең һөҙөмтәһе еңеү булды. 9 майҙа ла парадта ҡаатнашабыҙ. Мин Почетлы ҡарауыл ротаһында. Хәрби кейем беҙҙең нәҫелгә ят түгел. Ҡарт олатайым Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышы яу юлдарын үткән, - тине кадет Дамир Аҡсурин "Башинформ" агентлығына, тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Фото:bashkortostan.er.