+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бөйөк Еңеүгә - 80 йыл
24 Апрель 2025, 05:34

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ

19 апрелдә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нацистар һәм уларҙың ҡуштандары тарафынан Совет халҡына ҡаршы ҡылынған енәйәттәрҙең ҡорбандарын иҫкә алыу буйынса Берҙәм ғәмәлдәр көнө билдәләнде.

Оноторға хаҡыбыҙ юҡОноторға хаҡыбыҙ юҡ
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ

Ошо айҡанлы «Ваҡыты сикләнмәгән» исемле Бөтә Рәсәй акцияһы буйынса төрлө саралар ойошторолдо. Республика балалар туризмын өйрәнеү үҙәгендә Өфөнөң 88-се мәктәбе кадеттары өсөн асыҡ дәрес үтте. Уны Башҡортостан Республикаһы мәғарифын үҫтереү музейы етәксеһе Рөстәм Ринат улы Иҡсанов алып барҙы.
Йәш быуын фашистарҙың совет хал­ҡына ҡарата енәйәттәре тураһында тарихи дөрөҫлөктө белергә тейеш. Яу яландарында күпме халыҡ ҡырылған, концлагерҙарҙа ла бит миллиондарса кеше һәләк булған, араларында – 2 миллионлаған бала...

Рөстәм Ринат улы кешелеккә ҡаршы енәйәттәрҙе ғәйепләгән халыҡ-ара хәрби суд — Нюрнберг трибуналы тураһында ла һөйләп үтте. Әйткәндәй, 29 апрелдә Баш­ҡортостанға киләсәк «Еңеү поезы»ның бер вагоны ошо ваҡиғаға бағышланған. Германия нацистары етәкселәренә ҡаршы Нюрнберг процесы бер йылға яҡын дауам итә.
Дәрестән һуң балалар өсөн мәғариф музейы буйлап экскурсия ойошторолдо. Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына арналған бүлмә лә бар. Һәр кем үҙе өсөн яңы мәғлүмәттәр һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алды был саранан.

Автор фотолары.

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас