+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бөйөк Еңеүгә - 80 йыл
28 Апрель 2025, 09:00

Ветерандар сафы һирәгәйә

Республикала нисә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡалған?

Ветерандар сафы һирәгәйәВетерандар сафы һирәгәйә
Ветерандар сафы һирәгәйә

Өфө ҡалаһы мэры Радмир Мәүлиев Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында рәсми мәғлүмәттәрҙе еткергән. Өфөлә әле Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 40 ветеран йәшәй. Шулай уҡ 1998 һуғыш ветераны бар: уларҙың 20-һе концлагерь тотҡоно булған, 31-е Ленинград блокадаһын кисергән, 1 мең 501 тыл хеҙмәтсәне, 405 тол ҡатын. 114 749 кеше "Һуғыш балалары" статусына эйә.

Башҡортостанда иһә, Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, барлығы 7,3 мең һуғыш ветераны һәм инвалиды иҫәпләнә. Уларҙың 88-е фронт юлдарын үткән яугирҙар, шулай уҡ 5,5 мең тыл хеҙмәтсәне йәшәй. 

Ветерандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Уларҙың иң йәшенә лә хәҙер 95 йәш тирәһе.

Батыр яугирҙарҙың үлемһеҙ батырлығы тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ. 

99 йәшлек һуғыш ветераны Геннадий Филиновтың йорто алдында тантаналы марш ваҡытында төшөрөлгән фотоны күрәһегеҙ.

Фото: er.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас