Маҡсатыбыҙ: һуғыш ваҡытында тылдағы хеҙмәт, балалар тормошо менән ҡыҙыҡһыныу ине. Беҙ барыуға, өй хужаһы ҡәҙерле миҙалдарын таҡҡан костюмын, матур таҡыяһын кейеп, ишек төбөнән ихлас ҡаршы алды. Һәр беребеҙ менән ҡуш ҡуллап күрешеп, өй түренә саҡырҙы.
Килеүебеҙҙең сәбәбен әйткәс, бабай яйлап ҡына ғүмер йомғағын һүреп, һүҙҙе һуғыш башланған мәлдән башланы...
̶ Ул ваҡытта миңә 12 генә йәш ине. Һуғыш сығыуын ишеткәс, атайымдарға әҙерләнергә бер аҙна ваҡыт биргәндәр. Тәғәйен көн еткәс, Бөрйән яғынан ауылға 70 ылау менән кешеләр килеп төштө. Был райондан йыйылған яугирҙар ине. Элек бөтәһе лә Стәрлетамаҡ яғына беҙҙең аша йөрөй ине, бына шул ылауҙарға беҙҙең ауыл ирҙәре ултырып, һуғышҡа китте. Халиҡов Хәкимйән ағай матур итеп ҡурайҙа уйнай торғайны, атҡа ултырғас та һыҙҙырып ебәреүе булды, райондан килгән хәрби кеше ҡурайын һындырып ергә бәрҙе, шул ныҡ иҫтә ҡалған. Ҡатын-ҡыҙҙар, балалар илашып уларҙы күпергә тиклем оҙата барып тороп ҡалдыҡ.
Ирҙәр китеп бөткәс, бөтә эш әсәйҙәр, ҡыҙҙар, балалар елкәһенә төштө. Минең атайым һуғышҡа тиклем ат ҡарай ине. Бер көндө Ҡотлоғәләм бабай килде лә, улым, кеше тапҡансы ғына, берәй аҙнаға аттарҙы ҡарарға барып тор инде, ти. Әллә ни эш юҡ, бесән һалырға ла, һыу эсерергә генә кәрәк, тине. Туҡта, олатайым менән кәңәшләшәйем, тип, уға киттем. Ғибәҙәй олатай, бар һуң, эшләһәң нормаһы ла булыр, тип ризалығын биргәс, барырға булдым. Әсәйем арышты ҡул тирмәнендә тартып, 3-4 табикмәк бешерҙе, бер биҙрәләй кәртүк биреп мине оҙатып ҡалды. Ул ферма 5 км тирәһе алыҫлыҡта, халыҡ телендә ҠТФ тип йөрөтөлгән ерҙә ине. Барһам, 30 ат, тағы бер айғыр бар, уны яслегә бикләп тоталар. Яйлап эшкә күнектем. Ғилминиса, Хәҙисә апайҙар бесән ташый, мин уларға бушатышам, аттарға һыу эсерәм, аҫтарын таҙартам. Бер көндө аттарҙы һыуға алып барырға булғас, Ҡотлоғәләм бабай, айғырҙы менеп бар, улым, ул өйрәтелгән ул, тип, һыбай ултыртып ебәрҙе. Брәтәк йылғаһына еткәс, айғыр мәкегә эйелгәйне, башымдағы бүрегем һыуға төшөп, боҙ аҫтына керҙе лә китте. Ҡыш һыуыҡ, нишләйһең, кире бүрекһеҙ ҡайтырға тура килде. Айғыр шәп ине, ен кеүек сабып ҡайтты. Өйгә ингәс, апайҙар көлә, бүрегең ҡайҙа, тип. Ҡабат башҡа кейергә кейем юҡ бит инде, Ғилминиса апайҙан шәлен һораным. Ул башыма бәйләү менән, ҡулыма балта алып, бүрегемде эҙләргә, тип кире йылғаға киттем. Боҙҙо уйып барам, китеп барам. Ерек ботағы һындырып алып, боҙ аҫтын тығып болғап ҡарайым. Боҙҙо сабам да, артабан барам. Бара торғас, таяғым шулай йомшаҡ ҡына нәмәгә төртөлдө. Самалап шул ерҙе саптым да, ҡулды боҙло һыуға тығып эҙләй башланым. Ысынлап та, теге йомшаҡ нәмә тап минең бүрегем булған. Арҡыры ятҡан ағасҡа эләгеп торған булған икән! Алғас, һығып тороу ҙа юҡ, өйгә ҡарай йүгерҙем. Ҡайтһам, апайҙар тағы көлә, эт икәнһең, тәки тапҡанһың бит, әй, тиҙәр. Мейес эргәһендә төн буйы әйләндереп, киптереп ултырып, иртәнсәк эшкә кейеп сыҡтым. Шулай итеп бер аҙна, тора бара ай ҙа, йыл да үтте, урыныма эшләргә бер кем дә табылманы.
Бер көндө райондан кешеләр килеп, айғырҙы ҡарап, иңен, буйын, ауырлығын үлсәп тикшерә башланылар. Бара, тип айғырҙы, тағы ике атты һайлап алып киттеләр. Минең ҡулдан шулай итеп, өс ат фронтҡа оҙатылды.
...Атайым һуғыштан 6 ай госпиталдә ятҡас, әйләнеп ҡайтты. Нисек белгәнемдер, иҫләмәйем, ҡаршы алырға ат менән саптым. Ҡоҙаш тирәһендә осраштыҡ. Ул Әүжән яғынан булған бер кеше менән бергә ине. Миңә галифе салбар, пилотка кейҙереп ҡуйҙылар. Быға тиклем гел киндер ыштан-күлдәктә йөрөгән малай, күргән юҡ бындай салбарҙы. Эй, ҡыуандым инде!
Бына шулай, балалар, минең балалыҡ эш менән үтте. Һеҙ бәхетле, бөтә нәмә бар, ашайым, тиһәң ̶ ашарға, кейенәм, тиһәң, кейеме бар. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, тырышып уҡып, тейешле һөнәр һайлап, илгә кәрәкле кеше булығыҙ, ̶ тигән теләктәрен теләне Ғилметдин бабай. Донъяның әле лә тыныс булмауын, тиҙерәк болғаныштар тамамланһын ине, тип борсолоуын да белдерҙе.
Был, әлбиттә, оҙон ғүмер юлы үткән кешенең иҫтәлектәренең бәләкәй генә бер өлөшө. Ләкин унда күпме михнәт, ыҙа, сабырлыҡ, өмөт, еңеүгә ышаныс булған кисерештәрен бабай үҙе генә белә.
Ә беҙ инде хөрмәтле тыл ветераны, Ситдиҡов Ғилметдин Ғизметдин улына артабан да бәрәкәтле ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләп ҡалабыҙ. Шундай шәхес менән осрашыуыбыҙға бик шатбыҙ һәм ысын күңелдән рәхмәт әйтеп, баш эйәбеҙ!
Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Бөрйән районы,
Брәтәк мәктәбе.