+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ

Ейәнсура районы Абҙан ауылында йәшәгән 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Хәлитов тураһында бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.

Һеҙҙең алда баш эйәбеҙҺеҙҙең алда баш эйәбеҙ
Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ

Әхмәтдин бабай 17 генә йәшендә фронтҡа китә. Яу юлдарын элемтәсе булып үтә. Ҡаты яралана, һауығып тағы сафҡа баҫа. Еңеү көнөн Германияла Эльбала ҡаршы ала.

Хөрмәтле ветеран әле балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре ҡарамағында йәшәй. 

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан һуғыш һәм тыл ветерандары алдында баш эйәбеҙ.

Уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ
Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас