+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Ветеранда ҡунаҡта

Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80-се яҙын ҡаршылайбыҙ. Ошо айҡанлы районда күп кенә саралар уҙа.

Яңыраҡ Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының уҡытыу­сыһы Светлана Николаевна Атмасова һәм дүртенселәр менән һуғыш ветераны Шәриф Ғәҙи улы Мөсәғитовта ҡунаҡта булдыҡ.
Ветеран менән осрашыу онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Ул үҙенең һуғыш йылдарында күргән ауырлыҡтары, үҫмер саҡтары, Еңеү көнө тураһында һөйләне. Балаларға изге теләктәрен еткерҙе. Сал сәсле ветеранға һорауҙар яуҙы ғына! Күкрәге тулы миҙалдарын ҡыҙыҡһынып ҡараныҡ. Шәриф ағайҙы 100 йәшлек юбилейы һәм яҡынлашып килгән Еңеү байрамы менән ҡотланыҡ. Ошо йәшендә хәтере лә, зиһене лә бик һәйбәт ветерандың.
Уҡыусылар уға шиғыр, йыр бүләк итте, үҙ ҡулдары менән эшләгән асылма һәм күстәнәс тапшырҙы. Иҫтәлеккә бергәләп фотоға төштөк.
Хөрмәтле Шәриф Ғәҙи улы! Һеҙҙең тормош юлығыҙ – киләсәк быуын өсөн яҡты үрнәк. Ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, йортоғоҙға муллыҡ теләйбеҙ. Күктәребеҙ аяҙ, көндәребеҙ имен булһын!

Розалиә ЗАҺИТОВА, тәрбиәсе.
Ауырғазы районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас