+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Баймаҡ — Өфө марафоны

Баймаҡтан ете ир-егет Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, велоуҙыш ойошторған. Улар әле юлда, Өфөгә 8 майҙа килеп етергә тейештәр. Хәйерле юл!

Баймаҡ — Өфө марафоныБаймаҡ — Өфө марафоны
Баймаҡ — Өфө марафоны

Әйткәндәй, баймаҡтар 1975 йылда ла Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына ҡарата Өфөгә саңғы менән марафон ойоштора. Туғыҙ кеше 13 көн эсендә баш ҡалаға килеп етә. Сираттағы уҙыш 1975 йылда ҡабатлана.

Әлеге велоуҙышта егеттәр  Баймаҡ, Бөрйән, Ишембай, Ғафури, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондары аша бара. Бөрйән, Ишембай райондарын үткәндәр ҙә инде. Туҡтаған ерҙәрендә уларҙы  халыҡ ихлас ҡаршы ала. Иҫке Собханғолда, билдәле шәхестәр Самат Ғәбиҙуллин, Иршат Теләүембәтовтарҙың тыуған төйәге Аҫҡарҙа, халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуған ауылы Ҡолғонала ҡунып, ял итеп, артабан юлдарын дауам иткәндәр. 

"Егеттәрҙең барыһы ла профессиональ спортсы түгел. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына ихлас рәхмәттәре, улар тураһында хәтер велоуҙышта ҡатнашыусыларға көс бирә. Был уларҙың Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеүгә индергән шәхси өлөшө, тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт билдәһе", — тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.

Фото: com.

 

Баймаҡ — Өфө марафоны
Баймаҡ — Өфө марафоны
Баймаҡ — Өфө марафоны
Баймаҡ — Өфө марафоны
Баймаҡ — Өфө марафоны
Баймаҡ — Өфө марафоны
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас