

Шәриф Ғәҙи улы Ауырғазы районы Ҡорманай ауылында 1925 йылдың 6 майында тыуған. Һуңынан ғаиләләре Талбазыға күсә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 16 йәш булған. 1943 йылда фронтҡа киткән. Белоруссияны, Польшаны азат итеүҙә, Берлинды алыуҙа ҡатнаша. Уның күкрәген 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары һәм башҡа наградалар биҙәй.
Хөрмәтле ветеран йәш быуын менән осрашыуҙарға йөрөй, махсус хәрби операциялағыларға ярҙам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ейәне лә Курск өлкәһендә барған алыштарҙа һәләк булған. Үлгәндән һуң уның ғаиләһенә Батырлыҡ ордены тапшырыла.
Бөгөн ҡаһарман яугирҙың йорто алдында уның 100 йәшенә һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған "Ветеран йорто алдында парад" патриотик акцияһы ойошторолған.
Шәриф Ғәҙи улын бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.