+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

4 йәшлек Ралина Һатыбалова һөйләй

Бөрйән районы Байназар балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ралина Һатыбалова һөйләгән шиғырҙы тыңлағыҙ, дуҫтар.

4 йәшлек Ралина Һатыбалова һөйләй4 йәшлек Ралина Һатыбалова һөйләй
4 йәшлек Ралина Һатыбалова һөйләй

Шағирә Айһылыу Ғарифуллинаның "Минең теләк" тигән шиғырын һайлаған ул. Етәксеһе – Зүлиә Наил ҡыҙы Маликова. Афарин!

   МИНЕҢ ТЕЛӘК

Тыныс йәшәргә бирмәйҙәр,
Башын ҡалҡыта дошман.
Атай-ағайҙар һуғышта –
Илде һаҡларға ҡушҡан!
Тыныс көндәр тыуһын тиеп,
Доғалар ҡыла әсәй.
Халҡыбыҙ берҙәм булғанда,
Еңеп сығасаҡ Рәсәй.
Тыныслыҡ килһен донъяға,
Татыу йәшәһен илдәр,
Атайҙар еңеп ҡайтһындар –

Ошо бер теләк миндә!

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас