+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына

Бөрйән районы Исламбай мәктәбенән Гөлзиә Мырҙағолованың Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап эшләгән һүрәте. Сайтта - "Еңеү көнө" ("День Победы") йырының башҡортса варианты.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығынаБөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына

Еңеү көнө, йыраҡта кеүек ине,
Өмөт ҡуҙы биреп торҙо ипкенен,
Көл-күмергә ҡалған күпме юл үттек,
Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.

Ҡушымта:
Ут-даръя үтеп беҙ (аша тип тә йырлайҙар)
Килдек Еңеүгә,
Иртә сал төштө
Сикәләге сәстәргә
Шатлыҡ-ҡайғы
Бергә ҡайнар йәштәрҙә
Еңеү көнө!
Еңеү көнө!
Еңеү көнө!

Көнө-төнө һүнмәне ут мартенда,
Бар хыялдар булды Ватан хаҡында,
Еңеү өсөн хеҙмәттә беҙ тир түктек,
Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.

Ҡушымта:
Ут-даръя аша
Килдек Еңеүгә,
Иртә сал төштө
Сикәләге сәстәргә
Шатлыҡ-ҡайғы
Бергә ҡайнар йәштәрҙә
Еңеү көнө!
Еңеү көнө!
Еңеү көнө!

Һаумы, әсәй, күпме яуҙаш ҡайтманы,
Ысыҡ кисеп үтәһе ине тағы.
Ер шарының яртыһын йәйәү үттек,
Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.

Ҡушымта:
Ут-даръя аша
Килдек Еңеүгә,
Иртә сал төштө
Сикәләге сәстәргә
Шатлыҡ-ҡайғы
Бергә ҡайнар йәштәрҙә
Еңеү көнө!
Еңеү көнө!
Еңеү көнө!

(Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе.)

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас