

Байрамды Өфө ҡалаһының волонтерҙары ойошторҙо. Бына улар: Филиә Вәлиуллина, Динә Касаткина, Рима Әсәҙуллина, Альбина Сыртланова. Уйын барышында балалар Марат Казей, Леня Голиков, Вася Коробко, Валя Котик кеүек пионер һәм комсомолдарҙың батырлыҡтары менән танышты. Ҡайһы бер балалар улар хаҡында яҡшы белә булып сыҡты, афарин! Ә сара аҙағында ҡатнашыусылар “Ҡыҙыл ҡәнәфер” акцияһына ҡушылды.
Р. ӘСӘҘУЛЛИНА, 44-се китапхана хеҙмәткәре.