«Еңеү көнөнә өлгөрттөк! «Юлдаш» радиоһында минең шиғырыма яҙылған «Үлемһеҙ полк» йырының премьераһы үтте! Уны Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ, йырҙың көйө авторы, танылған йырсы Земфира Баймырҙина
Земфира Баймурзина башҡара. Яңы әҫәрҙе тамашасыға еткереү барышы бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды! Тәүҙә Земфира 2018 йылда рус телендә ижад ителгән шиғырымды күреп ҡалып, русса тексҡа көй яҙҙы. Һуңынан башҡорт теленә тәржемә итергә тәҡдим итте. Был шиғырымды яҙыуға күп кенә ваҡыт үтһә лә, башҡортсаһы ла тиҙ генә яҙылды!
Профессиональ композитор булараҡ, Земфира эшенә бик яуаплы ҡараны, ике текст менән дә оҙаҡ ҡына һәм бик ентекле эшләй торғас, бик матур йыр килеп сыҡты! Иң ҡыҙығы, беҙ Земфира менән бер тапҡыр ҙа күрешкәнебеҙ юҡ, шуға ҡарамаҫтан, йыр яҙылып бөткәнсе бик яҡын дуҫтарға әйләнеп киттек, бер-беребеҙҙе бер һүҙҙән аңлар хәлгә еттек! Земфира! Минең шиғырыма өр-яңы һулыш өргәнең өсөн һиңә һәм ижади төркөмөңә ҙур рәхмәт белдерәм! Һин ысынлап та ҙур талант эйәһе, үҙ эшеңә мөкиббән киткән кеше! Киләсәктә берлектәге проекттарыбыҙ күп булһын!)
Өр-яңы йырҙы кисекмәҫтән эфир тулҡындарына сығарған «Юлдаш» радиоһы коллективына ла ҙур рәхмәт! Бергә булайыҡ, дуҫтар! Барығыҙҙы ла күркәм май байрамдары менән тәбрикләйем! Килер көндәребеҙ яҡты, тыныс булһын!» – тип яҙа үҙенең сәхифәһендә тележурналист, шағирә Гөлдәриә Йосопова.