+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Минең батырҙарым

Атайымдың ҡартатаһының атаһы – минең ҡарт ҡартатайым Әбделмән Зәйнулла улы Иҫәндәүләтов 1902 йылда Баймаҡ районының Ғәбсәләм ауылында тыуған. Ул "Будённый" колхозында бригадир йөгөн тарта. Ҡарт ҡартатайымды ҡырҙа эшләп йөрөгән еренән һуғышҡа алып китәләр.

Минең батырҙарымМинең батырҙарым
Минең батырҙарым

Ул 1942 йылдың мартында хәбәрһеҙ юғалған.

Ә бына Әбделмән ҡарт ҡартатайымдың бер туған ҡустыһы Әғзәм – ҡарт олатайым тураһында беләм. Ул 1923 йылда тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 18 йәш кенә булған. Темәс педучилищеһының III курсында уҡып йөрөгән. Үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Күп тә үтмәй, һуғыштан студенттарҙы кире ҡайтаралар. Шунда ҡарт олатайым да ҡайтып төшә тыуған ауылына. Уларҙы:"Уҡыуығыҙҙы бөтөрөгөҙ", – тип маршал Ворошилов үҙе ҡайтарған була. Ҡайтҡас, ауылдаштарына: ”Күҙ асҡыһыҙ пулялар ямғыры яуа, баш күтәрергә лә ирек юҡ. Ике һалдатҡа – бер мылтыҡ, берәүһе йығылһа, икенсеһенә мылтыҡ күсә", – тип эсенеп, һөйләгән ҡарт олатайым әсәһенә.

Дүрт ай уҡығас, ҡарт олатайымды кире һуғышҡа алып китәләр. Шунда ул әсәһенә – минең ҡарт инәйемә:"Донъя хәлен белеп булмай, һөйләшеп йөрөгән ҡыҙыма өйләнәм дә, һиңә иптәш итеп ҡалдырам", – тип әйткән. Шунан ҡарт олатайым ауылдың һылыу ҙа, эшкә сос та, иң уңған Миңзада исемле ҡыҙ менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Ни бары бер көн генә кәләше менән бергә йәшәп ҡала. Иртәгеһенә һуғышҡа китә, йәш кәләше Баймаҡтан оҙатып ҡалған. Йәл, ҡарт ҡартатайымдың балалары ла булып өлгөрмәй...

Ул 832-се артиллерия полкында артиллерист булып һуғышҡа инә. "Хәтерҙәр" китабындағы мәғлүмәт буйынса 1944 йылдың 11 октябрендә ҡаты яраларынан госпиталдә вафат була. Ә бына "Халыҡ хәтерендә" сайтында ошондай яҙыу бар:"Агзам Зайнуллович Исяндавлетов, 1923 г.р, ст. сержант." Ул Латвия ерендә Хутор Вец – Бисми туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.

Мин үҫкәс, атайым, ҡәртәсәйем менән Латвияға барып, ҡәберенә тыуған еренән тупраҡ һалырға хыялланам.

Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын!

 

Ирхан ТАҺИРОВ, Vсиныф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Аҡморон мәктәбе.

 

Минең батырҙарым
Минең батырҙарым
Минең батырҙарым
Минең батырҙарым
Минең батырҙарым
Минең батырҙарым
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас