+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Бөйөк һуғыш ветеранына  —  100 йәш!

 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны  Шәриф Ғәҙи улы Мөсәғитов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй!

Бөйөк һуғыш ветеранына  —  100 йәш!Бөйөк һуғыш ветеранына  —  100 йәш!
Бөйөк һуғыш ветеранына  —  100 йәш!

 Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай  депутаттары Рәмил Бәҙретдинов, Заһир Хәкимов, ауырғазылар менән бергә ҡәҙерле ветеранды ҡотланы. Шәриф Ғәҙи улы  —  илһөйәр, оло ихтирамға лайыҡ кеше. Һуғыш йылдарында ул Варшаваны азат итеүҙә һәм Берлинды алыуҙа ҡатнаша. 1949 йылда Германияла хеҙмәт иткәндән һуң Тыуған иленә иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Үҙенең батырлыҡтары өсөн ул 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн» һәм «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Шәриф Ғәҙи улы ҡатыны Рәшиҙә Әхмәтвәли ҡыҙы менән 51 йыл татыу ғүмер итә. Уларҙың ғаиләһе дуҫтары, коллегалары, барлыҡ ауырғазыларға өлгө булып тора. 27 йыл дауамында улар Ауырғазы район ҡулланыусылар союзының автокибетендә бергә эшләне.
Мөсәғитовтарҙы  барыһы ла хөрмәт бик тә итә. Һуғыштан һуң да тыныс төҙөлөшкә, хеҙмәт тормошона, районыбыҙ мәнфәғәтенә ҙур өлөш индерҙеләр.
Ул ҡатыны менән 4 бала тәрбиәләп, ете ейәнгә һәм 10 бүләсәргә яратҡан олатай.
Бөгөнгө көндә ул яңғыҙ ғына тормош кисерһә лә, ауыр тормош елдәренә бирешмәй.
Шәриф Ғәҙи улына батырлыҡтары һәм хеҙмәте өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Тәү сиратта, һаулыҡ, бәхетле ғүмер теләйбеҙ!



Рәйсә Исламғолова, башҡорт теле уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы, Талбазы лицейы. 

Бөйөк һуғыш ветеранына  —  100 йәш!
Бөйөк һуғыш ветеранына  —  100 йәш!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас