+24 °С
Ямғыр
VK
OK
Макс
Бөйөк Еңеүгә - 80 йыл
9 Май 2025, 05:02
Бөйөк Ватан һуғышы: һандар һәм факттар
Һуғышта дөйәләр ҙә ҡатнашҡанын белә инегеҙме?
Бөйөк Ватан һуғышы: һандар һәм факттар
Ҡан ҡойош 1941 йылдың 22 июнендә башлана һәм 1 мең 418 көн дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә иң оҙайлы көрәш Ленинград өсөн була: 1 мең 126 көн бара ул. Шуның 871 көнөн ҡала блокадала үткәрә.
Тәүге көндәрҙә военкоматтарға яҡын барырлыҡ булмай: айырыуса йәш егеттәр, дошман менән алышып өлгөрмәй ҡуйырмын, тип тиҙерәк фронтҡа ашыға.
Хәүефһеҙлек маҡсатында Кремль беренсе айҙа уҡ “юғала”: башняларҙағы йондоҙҙарҙы ҡаплайҙар, куполдарҙы ҡара төҫкә буяйҙар. Майҙанға фанеранан йорттар эшләп ултырталар.
Яуҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күп була: 600 меңдән 1 миллионғаса иҫәпләнә. Уларҙың 80 меңе офицер дәрәжәһендә хеҙмәт итә. 87 ҡатын-ҡыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Һуғышта 60 меңләп эт ҡатнаша. Улар дошман эшелондарын юҡ итә, бронетехниканы шартлата, миналарҙы таба, яралыларҙы алып сыға. 7 мең 468 мина һәм 150-нән ашыу снаряд тапҡан Джульбарс ҡушаматлы эткә хатта «За боевые заслуги» миҙалы тапшырыла, ул 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә үткән Еңеү парадында ла ҡатнаша.
Автомобилдәр һәм аттар етмәүе арҡаһында һалдаттарыбыҙға кәрәк-яраҡ ташыуҙа дөйәләр ҙә ярҙам итә. Иң билдәлеләре – Мишка менән Машка – Берлинғаса етә, шунда зоопаркта тороп ҡалалар.
Советтар Союзы Геройы исеменә илебеҙҙә 11 мең ярым самаһы яугир лайыҡ була.
Дөйөм алғанда, фронтта һәм тылда 27 миллион кеше һәләк була. 1 мең 710 ҡала, 70 меңләп ауыл емерелә.
Фото:
yandex.ru.
Автор:
Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...