

1730 йылдарҙа ҡара, һары һәм аҡ төҫтәр Рәсәй империяһының дәүләт төҫтәре тип һанала башлай. Георгий таҫмаһы 1769 йылдың 26 ноябрендә Екатерина II Изге Георгий орденын булдырған саҡта барлыҡҡа килә – уның бер өлөшө була. Ә Совет осоронда 1942 йылдан гвардиясыларҙы бүләкләгәндә ҡулланыла.
СССР тарҡалғандан һуң Гвардия таҫмаһы Еңеү көнөнөң төп символдарының береһе булараҡ ҡала. 2005 йылда Мәскәү журналистары башланғысы менән Еңеү көнөнөң 60 йыллығы хөрмәтенә тәүге тапҡыр «Георгий таҫмаһы» акцияһы үтә.
Ул тиҙ арала таралып китә, Рәсәйгә Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Афғанстан һәм Белоруссия әүҙем ҡушыла. 2022 йылда «Георгий таҫмаһы тураһында» закон ҡабул ителә, уның тексында: «Георгий таҫмаһының статусы Ватаныбыҙ халыҡтарының ҡаһарманлығын, батырлығын һәм сыҙамлығын, хәрби хәрәкәттәр барышында, Ватанды һаҡлау буйынса башҡа хәрби бурыстарҙы йәки хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлыҡтарын билдәләү өсөн билдәләнгән», – тип яҙылған.
Георгий таҫмаһы – һалдаттарыбыҙҙың бөйөк батырлығы символы. Уны хөрмәт йөҙөнән йөрәк тапҡырына тағалар. Ә һеҙҙең тиҫтерҙәрегеҙ был матур йола хаҡында беләме икән?
Эмиль БАЙРАМҒӘЛИН, 11 йәш, Белорет ҡалаһы:
– Эйе, Бөйөк Еңеү көнө алдынан бөтәбеҙ ҙә ошо ҡыҙғылт һары-ҡара таҫмаларҙы тағып алабыҙ. Был олатайҙарыбыҙҙың батырлығы хаҡында онотмаҫҡа тейешлегебеҙҙе иҫкәртеп тора.
Арсен АХУНОВ, 12 йәш, Әбйәлил районы:
– Мин был таҫманы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға хәтер, хөрмәт, ҡайғы һәм рәхмәт билдәһе тип аңлайым. Шуға күрә уға һаҡсыл һәм ихтирам менән ҡарарға кәрәк.
Сафина менән Камила ХӘЛИЛОВАЛАР, 13, 14 йәш, Өфө ҡалаһы:
– Ветерандарға хөрмәт, рәхмәт билдәһе. Улар Еңеү өсөн үҙҙәрен йәлләмәгән, йәнен фиҙа ҡылған бит.
Фото: yandex.ru.