+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Мәңге халыҡ хәтерендә

9 май - халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ Бөйөк Еңеү көнө!     

Мәңге халыҡ хәтерендәМәңге халыҡ хәтерендә
Мәңге халыҡ хәтерендә

Был йыл айырыуса әһәмиәтле, сөнки илебеҙ ҡаһарманлыҡ һәм дан тарихына бай булған 80 йыллыҡ юбилейҙы билдәләй. 

Беҙ һәр саҡ фронт яландарында батырлыҡ күрһәткән, тылда фиҙакәр хеҙмәт иткән геройҙарыбыҙҙы оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ һәм улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ! 

Мәктәбебеҙҙә Еңеү көнөндә бергәләшеп митингыға барыу - күркәм йолаға әүерелгән. Был көндә һәр кем йөрәгендәге рәхмәт хистәрен еткерә, батырҙарҙың иҫтәлегенә баш эйә.

Алыҫ ауылдарҙа йәшәгән уҡыусыларыбыҙ беҙҙең менән бергә ҡатнаша алмаһа ла, улар ҙа үҙ төйәктәрендә үткәрелгән сараларҙа әүҙемлек күрһәтте. 

Мәктәп ихатаһында 80 һанын төҙөп баҫып, директор Рәфил Нуриәхмәт улының ҡотлау һүҙҙәрен тыңлап,  Бөйөк Еңеүгә бағышланған шиғыр һөйләп, йыр башҡарғандан һуң берҙәм генә митингыға юлландыҡ.

Уҡыусыларҙың дәртле йырҙары, моңло бейеүҙәре, уҡытыусыларҙың бер тауыштан яңғыраған хоры күңелдәргә икеләтә көс өҫтәне. 

Һәр ваҡыттағыса, мәктәп исеменән мемориалға венок һалыу бөтә батырҙарыбыҙ алдында баш эйеү билдәһе булды.

Илебеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ, именлек хөкөм һөрһөн! 

 

                                                            Зөлхизә ЙОСОПОВА.

                                                               Белорет районы,                                                            Инйәрҙәге 2-се мәктәп.

Йәшшәһитсе#

 

#ЕңеүКөнө #80Йыл

Мәңге халыҡ хәтерендә
Мәңге халыҡ хәтерендә
Мәңге халыҡ хәтерендә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас