

«БАШМАЧОК&СТРЕЛЕЦ» өлгөлө хореография ансамбле сығыштарын күптән әҙерләй башланы. Мөһим сарала ҡатнашалар бит. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны Римма Рим ҡыҙы Бакирова ҡуйған бейеү барыһына ла оҡшаны, тамашасылар гөрләтеп ҡул сапты. "Йөрәк хәтере" хәрби бейеүен, әлбиттә, ансамблдең етәкселәренән тыш ҡуйып булмаҫ ине. Екатерина Андреевна Гайдук һәм Лиә Марат ҡыҙы Ситдиҡова тырышлығы менән ҡыҙҙар йәнә башҡорт бейеүен дә күрһәтте. Улар үҙҙәре лә ҡәнәғәт, етәкселәр ҙә шат. Ҡыҙҙарға артабан да уңыштар теләйбеҙ.