+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Атайым менән ғорурланам

Бөйөк  Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантанаға атайым менән барҙым.

Атайым менән ғорурланамАтайым менән ғорурланам
Атайым менән ғорурланам

Атайым да  махсус хәрби операцияла ҡатнашты. Уның исеме – Рәмил. Мобилизация башланғас, ул да махсус хәрби операцияға юлланды. Унда снайпер булып хеҙмәт итте. Беҙ уның ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Ул – ҡыйыу, көслө, етеҙ, сос, сабыр һәм оло йөрәкле кеше. Шуға ла уны «Батырлыҡ өсөн» һәм генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләгәндәр. Мин уның да Тыуған илебеҙҙе һаҡлауҙа ҡатнашыуына ғорурланам.

Тиҙерәк илебеҙгә Еңеү килһен, бар балалар ҙа атайлы булһын, тип теләйем!

 

 Розалина НАГАЕВА, II синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас