+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Батырҙар рухтары терелә

Яҙын бар тәбиғәт бөрөлә,Батырҙар рухтары терелә,

Батырҙар рухтары тереләБатырҙар рухтары терелә
Батырҙар рухтары терелә

Үлемһеҙ һалдаттар полкына
Киләсәк быуындар йән өрә.

Яуҙағы алышты һөйләргә,
Һалдаттар ҡайттылар өйөнә,
Парадта бергәләп атлауға
Һалдаттар йәндәре һөйөнә.

Диңгеҙҙәй тулҡына илемдә
Үткәндәр,бөгөнгө бер сафта,
Олатай, ейәндәр бер булып
Атлайҙар үлемһеҙ полкта.

Һалдаттар, һалдаттар, һалдаттар..
Яңынан сафтарға баҫтылар,
Мәңге тере булып ҡалырға
Тыуған яҡтарына ҡайттылар.


Фәүзиә Ҡотлогилдина – Алтынбикә.

Фото: Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай уҡыусылары.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас