

ДАНИЯРҘЫҢ ОЛАТАҺЫ
Беҙҙең Еңеү көнө һәр саҡ
Ғорурлыҡ төҫө булыр,
Алдағы көндәребеҙ
Тыныслыҡ менән тулыр.
Данияр ғорурлана:
Олатаhы Бөйөк Ватан
hуғышында ҡатнашҡан,
Сәмерхан, батыр яугир,
Фашист-дошмандарға ҡаршы
Батырҙарса hуғышҡан.
"Олатайымдың атаhы", -
Тип атай уны малай,
Барлыҡ миҙалдарын ул
Бик тә ҡәҙерләп hаҡлай.
- Мин дә,олатай hымаҡ,
Тыуған илде hаҡлармын.
Яман ҡара көстәрҙән
Барыhын ҡурсалармын.
Данияр беренсене
Тиҙҙән уҡып та бөтә.
Алда уны ауылда ял,
Яратҡан йәйе көтә.
Данияр, уҡы, hөнәр ал,
Олатайың hымаҡ бул.
Атла ҡыйыу аҙым менән,
Уңышлы булhын ул юл!
Илhам ЛАТИПОВ.
Ҡыйғы районы.
Һүрәт: Динар РӘХИМОВ, Әбйәлил, Яңы Балапан.