

Балалар Мәскәүҙе һаҡлаған яугирҙар, Сталинградта һуғышҡан батырҙар, донъя тарихында иң оҙайлыһы һаналған Ленинград блокадаһы хаҡында белде. Үҫмерҙәрҙең ололар менән бер тиң эшләүен ишетеп ғәжәпләнделәр. Һуғыш хаҡында китаптар күрһәттек, ә кескәйҙәр беҙгә шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе.
Өфөлә урынлашҡан тарихи һәйкәлдәр тураһында ла күпте белеп ҡалдылар. Баш ҡалаға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исеме бирелеүен хәтерҙәренә төшөрҙөк, ошо хаҡта ла һөйләштек.
Анна ЕГОШИНА,
38-се балалар китапханаһы мөдире.