

Беренсенән, видеоконкурсыбыҙҙа (https://vk.com/wall-45440006_60592) ҡатнашҡан барлыҡ балаларға, уларҙың етәкселәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Конкурсҡа барлығы 49 видеояҙма алдыҡ. Алдан вәғәҙә ителгәнсә, ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Почет грамотаһы тапшырыласаҡ. Уның һылтанмаһы тураһында һуңыраҡ хәбәр итербеҙ.
Ә еңеүселәрҙе билдәләр өсөн махсус рәүештә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет ағзаһы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры, режиссёр, юғары категориялы өҫтәмә белем биреү педагогы Илнур Флүр улы Лоҡмановты ярҙамға саҡырҙыҡ. Уның менән бергәләп конкурсҡа килгән һәр видеояҙманы ентекләп ҡарап сыҡтыҡ, кәңәшләшеп, 5 баллы система буйынса һәр береһенә баһа ҡуйылды. Шулай итеп, урындар түбәндәгесә билдәләнде.
Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре
I урын – Яҙгөл Әхмәтова, 5 йәш. Өфө ҡалаһы, 252-се балалар баҡсаһы. Етәксеһе – Әлфиә Билалова.
II урын – Ралина Һатыбалова, 4 йәш. Бөрйән районы, Байназар балалар баҡсаһы. Етәксеһе – Зүлиә Маликова.
III – Ғәзинур Сыңғыҙов, 4 йәш. Белорет ҡалаһы, 25-се “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы. Етәксеһе – Гөлгөнә Хөснитдинова.
Башланғыс синыфтар
I урын – Илназ Дәүләтгәрәев, I синыф уҡыусыһы, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы. Етәксеһе – В. Сиражетдинова.
II урын – Сафия Хаҡбирҙина, III синыф уҡыусыһы. Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбе. Етәксеһе – Гүзәл Ғафарова.
III урын – Лиана Рафиҡова, II синыф уҡыусыһы, Федоровка районы, Яңы Яуыш мәктәбе. Етәксеһе – Тәскирә Ғәлина.
III урын – Надир Насипов, IV ”Б” синыфы уҡыусыһы. Өфө ҡалаһы, Рәсәй Геройы Риф Сәхәбүтдинов исемендәге 15-се белем биреү үҙәге. Етәксеһе – Зимфира Фәйзуллина.
V – XI синыфтар араһынан, ҡатнашыусылар әҙ булыу сәбәпле, бер генә еңеүсе билдәләнде.
I урын – Гөлсөм Ғәббәсова, IX синыф уҡыусыһы, Бөрйән районы, Исламбай мәктәбе. Етәксеһе – Флүзә Әхмәтйәнова.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Бүләктәр тураһында айырым хәбәр итәсәкбеҙ. Беҙҙең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөбөҙгә ҡушылығыҙ: vk.com›club45440006
"Утлы йылдар шаңдауы" конкурсының "Һүрәттәр" һәм "Мәҡәләләр" номинациялары буйынса еңеүселәре киләһе аҙнала асыҡланасаҡ.
Дуҫтар, артабан да "Йәншишмә" гәзите ойошторған видеоконкурстарҙа әүҙем ҡатнашығыҙ. Ә беҙ һеҙҙең өсөн остаздарҙан видеокәңәштәр бирергә әҙербеҙ. Бөгөн дә Илнур Лоҡманов һеҙҙең эштәрегеҙ буйынса теләктәрен еткерҙе. Видеодәресте тәҡдим итербеҙ, ҡарарһығыҙ. Шулай бергәләп оҫтарайыҡ, яңы уңыштарға өлгәшәйек.