

Унда шиғыр һөйләүселәр, һүрәт төшөрөргә оҫталар һәм ижади эҙләнеү эштәре авторҙары ярышты. Байназар, Яуымбай, Мәһәҙей, Мораҙым, Ҡурғашлы ауылдарынан утыҙҙан ашыу бәйгесе ҡатнашты.
Һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде. Тикшеренеү эштәрен баһалағас, Иҙел Ҡарағолов – «Йәш эҙләнеүсе» номинацияһына, Камила Исламғолова – III урынға, Әмир Мөхәмәтйәнов, Динир Иманғолов – II урынға, Әлимә Мостафина абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ тип табылды.
Еңеү көнөнә арналған 33 һүрәт араһынан иң-иңен һайлауы еңел түгел ине. Шулай ҙа беренселекте Байназар мәктәбенән Фирүзә Исламғолова яуланы. Икенсене – Илгиз Теләүсин менән Нәргизә Хөбөтдинова, өсөнсөнө Амалия Мөхәмәтйәнова, Эльвина Ҡарағолова һәм Диана Мөхәмәтйәнова бүлеште.
Шиғыр һөйләү буйынса 3 йәштән 7 йәшкә тиклемгеләр араһында еңеүҙе Байназар ауылы мәктәпкәсә төркөм тәрбиәләнеүселәре Ралина Һатыбалова, Илсур Рәхимов, Яуымбайҙағы мәктәпкәсә төркөм тәрбиәләнеүсеһе Асия Шәрипова яуланы. 7 – 9 йәшлектәр араһында Яуымбайҙан Ислам Шәрипов, Байназарҙан Юлиә Шакирова, Ислам Әхмәтов, Рамаҙан Мөхәмәтйәнов, Аделина Хәйбуллиналар һынатманы. 8 – 12 йәшлектәр төркөмөндә Байназарҙан Диана Теләүсина, Мәһәҙейҙән Ынйы Шаһимәрҙәнова, Аяз Шаһимәрҙәнов, Гүзәлиә Ишемова, Мораҙымдан Арина Моратшина, Яуымбайҙан Ильяс Шәрипов, Ҡурғашлынан Рәйеф Сирбаевтар еңеп сыҡты. 13 – 16 йәшлектәр араһынан Ҡурғашлынан Байназар мәктәбе уҡыусыһы Анастасия Прокопчик «Тамашасы һөйөүе» номинацияһына лайыҡ булды.
Сығыш яһаусыларҙың был конкурста әүҙем ҡатнашыуы, тырышлыҡтары, ижадҡа ҙур ынтылыштары булыуы маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ. Барлыҡ бәйгеселәр Байназар моделле китапханаһының Маҡтау ҡағыҙҙарын, Дипломдарын, ҡиммәтле бүләктәрен алып ҡыуанды.
Сараның икенсе өлөшөндә олоһо ла, кесеһе лә, дәһшәтле һуғыш осорон иҫкә алып, Рәйлә Маликова бешергән телде йоторлоҡ һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА.
Бөрйән районы.