

Беҙҙең ғаиләбеҙгә лә һуғыш еле ҡағылмай ҡалмай. Бөгөн мин үҙемдең оло олатайым Харрас Мифтахетдин улы Хисмәтуллин тураһында һөйләргә теләйем. Ул 1905 йылда тыуған. Һуғышҡа тиклем колхозда балта оҫтаһы булып эшләгән.
1942 йылда 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составына эләгә. Уға 37 йәш була. Тәү башлап Курск өлкәһенең Олым йылғаһы буйында һуғышҡа инәләр.
1943 йылдың февралендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы Ворошиловград өлкәһендә дошман тылына тәрән рейд яһай. Был тиңһеҙ алышта фронт һыҙығы аша сыҡҡанда дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов һәләк була. Олатайым дуҫы Нурулла менән ҡаты яраланып, дошман ҡулына эләгә. Артабан – концлагерь...
«Ҡырағай» дивизияһы һалдаттары, тип уларҙы соҡорға ташлайҙар.Шунда яралы көйө һалдаттар бер-береһен йылытып, дауалап бер ай тирәһе ята. Хатта икешәр ҡат булып ятып йоҡларға тура килә. Язалау, туҡмауҙар тураһында һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел...
1943 йылда Харрас Мифтахетдин улы Хисмәтуллин һәләк була. Ә өйҙә бит уны ҡатыны менән ике балаһы көтә...
Ватаныбыҙҙың азатлығын, яҡты киләсәген һаҡлап ҡалған ата-бабаларыбыҙға мәңгелек дан! Беҙ, хәҙерге быуын вәкилдәре, уларҙың батырлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Ошо фотоһүрәтен ҙурайтып эшләткәс, мин уға ныҡ оҡшағанымды белдем. Синыф етәксем Рәүфә Фәрит ҡыҙы, һин олатайыңа ике тамсы һыу кеүек оҡшағанһың, ти. Бының менән ныҡ ғорурланам.
Асия ҒӘЛЛӘМОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Ғәбдөк ауылы.