+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Өсмөйөшлө хаттар һәм һалдат яҙмыштары...

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хәтер дәресе үткәрҙек. Беҙ был көндө лицейыбыҙҙың музейына индек. Унда иғтибарыбыҙҙы өсмөйөшлө һалдат хаттары йәлеп итте.

Өсмөйөшлө хаттар һәм һалдат яҙмыштары...Өсмөйөшлө хаттар һәм һалдат яҙмыштары...
Өсмөйөшлө хаттар һәм һалдат яҙмыштары...

Бына уларҙың берәүһен уҡыйбыҙ. «Хәтимә! Һиңә күңелемдең иң нескә ерҙәренән парланып сыҡҡан, боевой һәм большевистик сәләмемде ебәреп, сәләмәтлек, тормошоғоҙҙа уңыштар теләйем. Их, бер үбәһе ине, тип хыялланам.
Минең күҙ нурҙарым Ленаға, Клараға һәм Ринатҡа ҙур сәләм әйтеп, уларҙы уйҙарым, тойғоларым менән алдыма алам. Вера ҡыҙым бәләкәй әле, уны минең исемдән үбегеҙ. Ҡәҙерле әбейемә ғәйәт дәрәжәлә күптән-күп сәләмдәремде әйтәм һәм уға сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйем.
Сәләм менән Ғәзизең. 21.05.1943 йыл.»
Кем һуң ул Ғәзиз Абдуллин? Ул Миәкә районының Күл ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Ҡырғыҙ-Миәкә мәктәбендә уҡып йөрөгән сағында тәүге мөхәббәтен – зифа буйлы, оҙон ҡара сәсле сибәркәй Хәтимәне осрата. Улар аҙаҡ өйләнешәләр.
Ғәзиз Ғәлиәхмәт улы 1934 йылда Миәкәлә район редакция коллективын туплай һәм беренсе мөхәррир булып китә. 1935 йылда уны Раевкаға күсерәләр. Ул ваҡытта Әлшәй районында «Сталинсы» гәзите ойошторолған була, шунда эшләй.
1941 йылда, бөтә уй-хыялдарын селпәрәмә килтереп, һуғыш башлана. Партия саҡырған һәм ялҡынлы, илһамлы һүҙ талап ителгән урында булырға күнеккән Ғәзиз Абдуллин, йөрәк сире менән яфаланыуына ҡарамаҫтан, фронт­ҡа юллана. Уға, ҡатынын әле тыуып өлгөрмәгән дүртенсе балаһы менән ҡалдырып, яуға китергә тура килә. Ҡыҙы тыуғас, еңеүгә ышаныс менән Вера тип исем бирергә ҡуша...
Хаттарының береһендә һаулығының бик шәптән булмауы тураһында хәбәр итә. Уны алғы һыҙыҡтан артҡараҡ, тыл­ға, күсерергә теләйҙәр.
Хәтимә әбей иренең хаттарын ғүмере буйы ҡәҙерләп һаҡлай. Хәҙер улар лицей музейында изге ҡомартҡы булып урын алған.
1943 йылда Ғәзиз Ғәлиәхмәт улы тиңе булмаған Курск дуғаһы алышына эләгә. Унда бик аҙҙар ғына иҫән ҡала. Хәтимә әбей ҙә ҡот осҡос хәбәр ала: 856-сы уҡсылар полкының рота командиры, өлкән лейтенант Ғәзиз Абдуллин 1943 йылдың 22 июлендә батырҙарса һәләк була.
2006 йылдың йәйендә Лена Ғәзиз ҡыҙы ире Роберт Мөтиғулла улы Арыҫланов менән атаһының Орлов өлкәһенең Мценск районындағы ҡәберен эҙләп таба. Улар ҡан ҡойғос алыштар үткән урындарҙа була, тиҫтәләрсә һәйкәлдәрҙе күрә. Тыуған иле өсөн һәләк булған яугирҙар өсөн «Мәңгелек ут» яна.

 

Иҙел ӘХТӘМОВ.

Әлшәй районы, Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас