+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Берлинғаса барып етә

...Бер мәл уға алғы һыҙыҡтағы һуғышсылар өсөн йылы аш алып килергә ҡушыла. Әйтеүе генә анһат. Пулялар яуып, снарядтар шартлап торған яландан арҡаһына ҡайнар ашлы ҙур бидон ултыртып шыуышырға тура килә. Инде үҙебеҙҙекеләр янына еттем тигәндә генә яралана. Пулянан һауыты ла тишелә...

Берлинғаса барып етәБерлинғаса барып етә
Берлинғаса барып етә

Мөхәмәтйәргә ун йәш кенә тулғанда, улар­ҙың өйөнә ҙур ҡайғы килә: әсәһе мәрхүм була. Атаһы дүрт бала менән тороп ҡала. Шуға ла бәләкәйҙән уға тормош ауырлығын үҙ иңендә татырға тура килә. Иртә таңдан тороп колхоз эшенә йөрөй башлай.
Минең ҡарт ҡартатайым Мөхәмәтйәр Мансур улы Әхмәҙуллин 1924 йылдың 22 июнендә Иглин районында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уны һәм ағаһы Шәрипте фронтҡа алалар. Ун алты йәшлек Мөхәмәтйәр Сталинградта артиллерист булып фашистар менән алыша.
Бер мәл уға алғы һыҙыҡтағы һуғышсылар өсөн йылы аш алып килергә ҡушыла. Әйтеүе генә анһат. Пулялар яуып, снарядтар шартлап торған яландан арҡаһына ҡайнар ашлы ҙур бидон ултыртып шыуышырға тура килә. Инде үҙебеҙҙекеләр янына еттем тигәндә генә яралана. Пулянан һауыты ла тишелә. Уның ар­ҡаһын ҡайнар аш яндыра. Ҡартатайым барыбер түҙә, бурысын үтәй. Иптәштәрен тәмле аш менән һыйлай.
Ул ҡыйыу һуғыша. Башы, ҡулы, аяғы яралана, контузия ала. Әммә һуғыш яланын ташламай. Сталинградты һаҡлауҙа ғына түгел, Кёниг­сбергты азат итеүҙә лә ҡатнаша, Берлинғаса барып етә.
Күкрәген ун дүрт миҙал һәм орден биҙәгән уның. Улар араһында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы бар. Һәр береһенең – үҙ тарихы.
Һуғыштан һуң ҡартатайым Ҡарамалы ауылында йәшәгән. Колхозда эшләгән. Күрше Иҫке Юрмаш ауылынан һылыу Әнисәгә өйләнеп, һигеҙ балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар тәүге балаһын юғалта.
Ҡартатайым 2008 йылда вафат булған. Әммә беҙ уны онотмайбыҙ. Фотоларын, орден, миҙалдарын, иҫтәлекле әйбер­ҙәрен ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Исеме беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй. Фотоһын күтәреп «Үлемһеҙ полк»та ла йөрөйбөҙ.


Әлфир СИБӘҒӘТУЛЛИН.
Иглин районы, Ҡарамалы ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас