

Мөхәмәтдин Низаметдин улы Исҡужин Ленинград фронтында 8-се уҡсылар дивизияһының хәрби хәрәкәтендә разведчик булып һуғыша. 1942 йылдың 20 февраленән алып 1943 йылдың 31 ғинуарына тиклем дошмандар менән алыша. Батыр йөрәкле олатайым подразделение менән бергә 4 складты баҫып ала, бик күп һуғыш арсеналын ҡулға төшөрәләр. Шулай уҡ 67 фашисты тар-мар итәләр, 24 немецты әсирлеккә алалар. Хатта араларында офицерҙар ҙа була. Мөхәмәтдин Низаметдин улы һуғыштан ҡаты яраланып ҡайта. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән ул.
Әсәйем яғынан олатайым Сәғит Хәмит улы Иҙрисов иһә яу яланында батырҙарса һәләк була. Исмаһам, фотоһүрәте лә ҡалмаған. Ул 1906 йылда тыуған. Һуғышҡа Баймаҡ военкоматынан ебәрелә. Ленинград өлкәһендәге фронтта алыша, рядовой була. Хәбәрһеҙ юғала.
Ҡарт ҡартатайҙарым менән ғорурланам.
Айгүзәл ИСҠУЖИНА.
Сибай ҡалаһы.