+22 °С
Дождь
VKOKМакс

Орден менән бүләкләнә

Минең оло олатайым, йәғни олатайымдың атаһы Сәфиулла Ғәббәс улы Ғәлиәкбәров, 1924 йылдың 15 майында тыу­ған.

Орден менән бүләкләнәОрден менән бүләкләнә
Орден менән бүләкләнә

 Һуғыш башланғанда уға 17 йәш кенә була. Ул Архангелдә урман ҡыр­ҡа. 18 йәше тулғас, 1942 йылда һуғышҡа китә һәм 78-се танкыға ҡаршы дивизияла рядовой-стрелок булып хеҙмәт итә. Бик күп дошман һалдатын, хәрби техникаһын юҡ итәләр.
Олатайым Курск стратегик оборона тотоу операцияһында батырҙарса көрәшеп, үҙен ҡыйыу һалдат итеп күрһәтә. Ләкин 1944 йылдың мартында уны көслө ауырыуы арҡаһында һуғыштан ҡайтаралар. 1985 йылдың 5 апрелендә ул II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң Ғәбдөк ауылына төпләнеп, Мәрфуға өләсәйем менән 10 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Олатайымды бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Улар­ҙың тормош юлы миңә яҡты маяҡ булып торасаҡ.

Айназ ҒӘЛИӘКБӘРОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Ғәбдөк ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас