

Салауат районы Яхъя ауылында 1916 йылдың йылы яҙында Баймөхәмәт ағайҙың ғаиләһендә һап-һары сәсле, күк йөҙөндәй зәп-зәңгәр күҙле һылыу ҡыҙ донъяға килә. Уға Хәлимә тип исем бирәләр. Был матур ҡыҙҙың бала сағы ошо ауылда үтә, унда башланғыс белем ала.
1936 йылдың 2 ғинуары. Хәлимәне колхоз рәйесе саҡыртып ала. Ул бер үҙе генә булмай, тағы 2 ҡыҙ һәм 2 егет килеп етә. Етәксе бик аңлы, алдан күрә белеүсе булғандыр, күрәһең. Ул йәштәргә: «Ҡыҙҙар, егеттәр, мин һеҙҙе иртәгә үк Нәсибаш ауылына тракторсылар курсына уҡырға ебәрәм», – ти. «Тракторсы булырға егеттәр юҡмы ни?» – тигәс, «Һуғыш-фәлән башланып китһә, ир-егеттәр китер, ә колхозда кем эшләр?» – тип яуап биргән ул. Йылы өйҙәрҙә мейес буйында теҙелеп, йырҙар йырлап, буласаҡ тормош иптәштәренә нәфис бармаҡтары менән матур-матур нағыштар сигеп ултырыр урынға Яхъяның өс нәҙек билле һылыу ҡыҙы шартлап торған ғинуар һыуығында, төйөнсөктәргә әҙерәк шәкәр алып, кипкән икмәк тултырып, өс айға тракторсылар курсына уҡырға китә.
Мазутҡа буялып, трактор деталдәрен бер һүтеп, бер ҡуйып, бөтә көстәрен һалып ҡайыш тартып тракторҙы эшләтеп ебәрер өсөн беләктәрҙең көсө аҙ кәрәк булмағандыр. Өс ай эсендә техниканы тулыһынса өйрәнеп, апрель айында имтихандарҙы тик «яҡшы» билдәләренә биреп, 3-сө разрядлы тракторсы танытмаһы менән ҡыҙҙар ауылға ҡайтып төшә. Хәлимә ХТЗ тракторында эш башлай. Тырыш, уңған ҡыҙ бөтә көсөн биреп, сәсеүҙе беренселәрҙән булып тамамлай. Еңеүсе байрағы уның тракторында ҡып-ҡыҙыл булып әллә ҡайҙан күренеп тора.
Яхъяла сәсеү бөткәс, ҡыҙҙы Шағанай ауылына ярҙамға ебәрәләр. Һуңғараҡ алдынғы тракторсы Бәләбәй ҡалаһында белемен камиллаштырып, комбайнсы танытмаһы алыуға ирешә.
Ә тракторсылар курсында уҡығанда Хәлимә Шәрип ауылы егете Әғзәм Вәлиев менән таныша. Йәштәр араһында дуҫлыҡ мөхәббәткә әүерелә һәм улар сәстәрен сәскә бәйләп, тормош ҡороп ебәрә. Әлкә ауылында төпләнәләр. Ирен һуғышҡа оҙатҡас, Хәлимәгә уның комбайнында 4 йәй буйына ашлыҡ һуғырға тура килә. Фронтҡа тонналап ҡыҙыл ылауҙар менән ашлыҡ оҙаталар, ә үҙҙәре ас булалар. Хеҙмәт көнө өсөн 1-2 ҡалаҡ он бүленә. Ярай әле беҙҙең яҡтарҙа үләндәр мул үҫә. Ҡырлы ҡурай, балтырған, һөтлөгән, йыуа, кесерткән, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, алабута – бына шул үләндәр күп кешеләрҙе үлемдән алып ҡала ла инде.
Хәлимәнең тормош иптәше 1946 йылда яу яланынан ҡайта һәм улар үҙҙәре һымаҡ зәп-зәңгәр күҙле, һылыу балалар үҫтерә. Һуғыштан һуң Хәлимә фермала һыйыр һауа, йәш быҙауҙарҙы тәрбиәләй, тауыҡ фермаһында ла эшләй. Ә ҡорос атта 10 йыл йөрөй. Әйтеүе генә еңел, ә бит тракторҙар йыш ватыла, запас деталдәр юҡ. Яңы ғына балалыҡтан сыҡҡан йәп-йәш ҡыҙҙарға ни тиклем ауыр булған!
Хәлимә өләсәйем оҙон ғүмерле булды, 93 йәшендә арабыҙҙан китте.
Флүрә СИРАЖЕВА.
Салауат районы,
Әлкә ауылы.