-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
19 Май 2025, 10:08

Һуғыштан аяғын юғалтып ҡайта

"Юлдаштарым мине урманды сыҡҡансы алып килделәр ҙә ҡалдырып киттеләр, сөнки үҙҙәре лә яралы ине. Һыу буйына шыуыштым. ... Иртән уянып китһәм, ҡырау төшкән, кейемдәрем туңған, яраланған аяҡты һиҙмәй инем инде. Шул ваҡыт эргәмдә генә дошмандарҙың һөйләшкәне ишетелде..."

Һуғыштан аяғын юғалтып ҡайта
Һуғыштан аяғын юғалтып ҡайта

Нәҫелебеҙҙең хөрмәтле кешеһе – Йыһанур ҡарт олатайыбыҙ 1913 йылдың 27 июлендә Фёдо­ровка районы Яңы Яуыш ауылында тыу­ған.

Сабый ғына сағында әсәйһеҙ ҡалып, етемлектең бар ауырлыҡтарын күреп үҫә. Атаһы икенсегә өйләнә, үгәй әсәй балаларға ҡаты була. Әҙ генә үҫә төшкәс, урыҫҡа көтөүсе итеп эшкә бирәләр. Йәйен сыбыртҡыһын һөйрәп көтөү көтһә, ҡышын һарайҙа мал ҡарай, шунлыҡтан мәктәптә уҡыу эләкмәй, белемһеҙ ҡала.
1937 йылда әрмегә саҡырыла. Белоруссияның Бобровский ҡалаһында хеҙмәт итә. Унан һуң тыуған яҡтарына ҡайтырға ашыҡмай, шул уҡ ҡалала эшкә ҡала. 1941 йылдың йәйендә, ҡайтырға йыйынып ҡына йөрөгәндә, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә.
Олатайыбыҙ тәүге көндәрҙә үк фронтҡа алынып, хеҙмәт юлын НКВД-ла башлай, хөкөм ителгәндәрҙе Воркутаға конвоирлап оҙата. Ленинград блокадаһын үткәрә. Һуңынан бер йыл 220-се танк полкында ашнаҡсы булып хеҙмәт итә. Яралана, бер ай госпиталдә дауалана. Унан сыҡҡас, автоматчиктар полкына эләгә һәм дошман тураһында хәрби мәғлүмәт йыйыу эшен башҡарған ғәскәри төркөмгә – разведчиктар отрядына алына.
1943 йылдың көҙгө төндәренең береһендә улар «ҡаршы яҡтың блиндажын шартлатырға» тигән бойороҡ алып, дошман тылына юл тота. Ҡараңғылыҡ һәм ҡош тауыштары хәрби бурыстың уңышлы үтәлеүенә булышлыҡ итә. Разведчиктар блиндажды һәм ут нөктәләрен юҡ итәләр, өҫтәүенә, үҙҙәре менән «тел» эләктереп ҡайтырға сығалар. Ләкин уларҙың барыһына ла иҫән-һау ҡайтып етергә яҙмай шул, минаға эләгәләр...
«Минең аяғыма тейҙе. Иптәштәремдең ҡайһы берҙәре яраланды, ҡайһы берҙәре һәләк булды. Юлдаштарым мине урманды сыҡҡансы алып килделәр ҙә ҡалдырып киттеләр, сөнки үҙҙәре лә яралы ине. Һыу буйына шыуыштым. Йылға аша һалынған күпер буйлап немецтар аръяҡҡа сығалар ине, ул шартланы. Мин үҙемде белдермәҫ өсөн һыу эсенә төшөп яттым. Аҙаҡ сығып, кәбән төбөнә шыуышып килдем. Иртән уянып китһәм, ҡырау төшкән, кейемдәрем туңған, яраланған аяҡты һиҙмәй инем инде. Шул ваҡыт эргәмдә генә дошмандарҙың һөйләшкәне ишетелде, уңарсы булмай, ике немец һалдаты килеп, минең яралы аяғымды төрткөләй ҙә башланылар. Ауыртыуға түҙмәй ҡысҡырып ебәрҙем. Улар минән урыҫса һорау алырға тотондолар», – тип һөйләр булған ҡарт олатайыбыҙ.
Шулай итеп, яралы Йыһанур әсирлеккә эләгә һәм лагерға оҙатыла. Оҙаҡ булмай унда, үҙе әйтмешләй, ғүмерҙәре бөтмәгәс, совет ғәскәрҙәре тарафынан азат ителәләр. Яралы һалдаттарҙы, шул иҫәптән Йыһанур ҡарт олатайҙы – госпиталгә, мылтыҡ тота алырҙайҙарын фронтҡа оҙаталар. Госпиталдә уның һул аяғын ҡырҡалар, сөнки гангрена башланған була. Яралары әҙерәк төҙәлгәс, 1945 йылдың 14 апрелендә тыуған ауылына ҡайтарыла. Ҡарт олатайыбыҙҙың яу юлы ошолай тамамлана.
1946 йылда Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылынан Миңлекамал Сәфәрғәли ҡыҙы Әбйәлилова менән ғаилә ҡороп ебәрә. Йорт һала, совхозда ферма мөдире, һөт ташыусы, ҡарауылсы булып эшләп тә өлгөрә. Ҡарт өләсәй менән биш бала тәрбиәләп үҫтереп, уларҙы оло тормош юлына баҫтыралар.
Беҙ улар менән ғорурланабыҙ.

Руфина һәм Инсаф МАЛИКОВТАР, III синыф уҡыусылары.
Фёдоровка районы, Яңы Яуыш мәктәбе.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас