Күләмле сарала барлыҡ 15 ауыл биләмәһенең үҙешмәкәр коллективтары ҡатнашты. Был төрлө йәштәге, ә ҡыҙыҡһыныуҙары уртаҡ булған кешеләрҙе берләштергән сағыу һәм патриотик байрам булды.
Иң йәш ҡатнашыусылар – Иҫәнғол балалар баҡсаһының «Аҡ сәскә» төркөмө ҡыҙҙары бик матур сығыш яһаны. Бейеүҙе Гөлшаян Миңлебай ҡыҙы менән Екатерина Александровна сәхнәгә сығарҙы. Кескәйҙәрҙең дәртле сығышы бөтә халыҡты хайран ҡалдырҙы. Уларға артабан да уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ.
Гөлшаян ИШДӘҮЛӘТОВА.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.