Бындай акциялар тарихи хәтерҙе һаҡларға,илһөйәрлекте нығытырға һәм быуындарҙы быуындарға бәйләргә ярҙам итә.
Автоуҙышсыларҙы Шайморат ауылы халҡы көтөп алды. «Үлемһеҙ полк» үткәндән һуң батырыбыҙҙың һәйкәленә сәскәләр һалынды. Ҡырмыҫҡалы мәктәбе уҡыусыһы Алишер Исламов аһәңле итеп шиғыр һөйләне. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәп уҡыусылары «Шайморатов» йырын башҡарҙы. Ауылдың имам-хатибы, Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы Әфҡәт Мәүлембирҙе улы Ниғмәтуллин:
– Халҡыбыҙҙың тыл һәм һуғыш ветерандарын мәңге онотмағыҙ, балалар! Улар һеҙҙең матур киләсәк өсөн үҙ ғүмерҙәрен аяманы. Илһөйәр һәм телһөйәр булып үҫегеҙ, – тине үҙенең сығышында.
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған республика автоуҙышында ҡатнашыусылар һалдат буткаһы менән һыйланды, генералдың музейына сәйәхәт ҡылды. Батыр тураһында кино ла ҡаранылар. Ә ауыл халҡы матур концерт ҡуйҙы.