-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
30 Май 2025, 15:15

Китаптар йәш быуынды тәрбиәләй

"Китап-Байрам" китап йәрминкәһендә "Русское слово" нәшриәте лә ҡатнашты.

Китаптар йәш быуынды тәрбиәләй
Китаптар йәш быуынды тәрбиәләй

 Уның маркетинг буйынса директоры Инна Бутолина һәм мәғлүмәт-методик бүлеге етәксеһе Юрий Кочеров балалар өсөн сыҡҡан китаптар менән таныштырҙы, уларҙың үҫеп килеүсе йәш быуынға тәрбиәүи йоғонтоһо тураһында һөйләне.

"Георгий Жуков" тигән китап "Тарихым менән ғорурланам" серияһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышлап сығарылған. Унда Маршал Жуков тураһында балаларға аңлайышлы һәм мауыҡтырғыс итеп байән ителә. Георгий Жуков Бөйөк Ватан һуғышында айырым урын биләп торған шәхес, ватандаштары уны хатта Еңеү маршалы тип атаған. Ауылдан, ярлы ғына ғаиләнән сыҡҡан малайҙың башҡалар кеүек ағым ыңғайына бармай, алдына маҡсаттар ҡуйып, белем алып, алға үҙ юлы менән атлауы, Еңеү маршалы дәрәжәһенә күтәрелеүе балалар өсөн матур өлгө булып тора. Бөйөк шәхестәр тураһында китаптарҙың тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, балаларҙа уҡыуға һөйөү тәрбиәләү – беҙҙең маҡсат.

"Китап-Байрам"дың тәүге көнө Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияға арналған. Төрлө майҙансыҡтарҙа, сәхнәләрҙә саралар гөрләп үтә, рәхим итегеҙ, дуҫтар.

Автор фотолары һәм видеоһы.

 

Китаптар йәш быуынды тәрбиәләй
Китаптар йәш быуынды тәрбиәләй
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас