Кемдәр улар Ватанды һаҡлаусылар? Нимә ул батырлыҡ? Шул турала һөйләштек. Гимназиябыҙҙың директор урынбаҫары Раил Ғилман улы Баймөхәмәтов уҡыусыларҙы халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең тарихын белергә, илһөйәр булып үҫергә саҡырҙы. Әйткәндәй, ул махсус хәрби операцияла ҡатнашып, яраланған, госпиталдә ятып сыҡҡан.
Ҡунаҡҡа яугир Ғаян Ғаяз улы Дәүләтбаевты саҡырғайныҡ. Ул балаларға буласаҡ һалдаттарҙың ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеге, яуҙа ир-егеттәр дуҫлығы, берҙәмлек, ҡыйыулыҡ тураһында һөйләне.
– Беҙҙең халыҡ өсөн һынау бара. Ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа тейешбеҙ. Алға барырға, дошманға бирешмәҫкә кәрәк. Беҙ хәрби бурысыбыҙҙы үтәрбеҙ, еңеп ҡайтырбыҙ, – тине ул.
Ғаян ағай осрашыуға күстәнәс менән килгәйне. Һәр уҡыусыға тәмле шоколадтар ҙа таратты.
Беҙҙең гимназистар һалдаттарға ихлас күңелдән хаттар яҙғайны. Ғаян Дәүләтбаев тиҙҙән яу яланына китергә тейеш ине. Шул хаттарҙы уға тапшырып, барлыҡ ил һаҡсыларының да тыуған яҡтарына иҫән-һау еңеп ҡайтыуҙарын теләнек.
Батырлыҡ дәресе тамам. Ул тулҡынландырғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды.
Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, педагог-китапханасы.
Өфө ҡалаһы,
Рауил Бикбаев исемендәге 102- се башҡорт гимназияһы.