-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
3 Июнь 2025, 10:22

Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ

Өфөнөң 30-сы өлгөлө балалар китапханаһында 56-сы урта мәктәп уҡыусылары ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең туғаны Светлана Тимербай ҡыҙы менән осрашты.

Светлана Гәрәева легендар лётчиктың исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр алып бара: уҡыу­сылар өсөн патриотик лекциялар һәм асыҡ дәрестәр үткәрә, китапханаларға йөрөй, Башҡортостан ДОСААФ хеҙмәткәрҙәре менән республика райондарына сыға.
Почётлы ҡунаҡ Муса Гарәевтең биографияһы, хәрби юлы менән таныштырҙы һәм ғаилә альбомынан архив фотоһүрәттәрен күрһәтте. Рекордлы 250 хәрби осош яһаған яҡташыбыҙҙың Советтар Союзында һәм Көнсығыш Германияла ҙур азатлыҡ операцияларында ҡатнашҡан батырлыҡтары тураһында ла мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Уҡыусыларға йәш башҡорт осоу­сыһы Муса һәм шәфҡәт туташы Галина Мигунованың мөхәббәт тарихын тыңлауы ла ҡыҙыҡ булды. Светлана Гәрәева һөйләгәндәрен 23 йәшлек герой тураһында документаль фильмдан алынған эпизодтар һәм сарала ҡатнашыусылар әҙерләгән видеопрезентация тулыландырҙы.
Осрашыу батыр иҫтәлегенә ҡағыҙ самолёттар осороу менән тамамланды.

Роза МАРКИНА, китапханасы.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас