-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
22 Июнь 2025, 21:17

"Башҡортостан яугирҙары"

Был йырҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыһы Самир Латипов "Утлы йылдар ауазы" конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында   башҡарғайны. 

"Башҡортостан яугирҙары"
"Башҡортостан яугирҙары"

Автор һәм башҡарыусы Владимир Курский ижад иткән уны. Былтыр Мәләүез сәхнәһендә Самирға Владимир Курский менән сығыш яһау бәхете тейә.
Беренсе осрашыуҙан һуң ул Владимир Курскийҙың ижады менән ҡыҙыҡһынып китә. Уның йырҙарын башҡарыу теләге булғанын белгәс, автор Самирға йырҙарын йырларға рөхсәт бирә.
Самирға бигерәк тә "Башҡортостан яугирҙары" оҡшай һәм ул башҡорт телендә лә яңғыраһын тип, мәғәнәһенә тура килтереп 1 куплет һәм ҡушымта өҫтәп, йырҙы яҙҙыра. Матур йыр.

Автор видеоһы.

 

 

 

 

 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас