-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
4 Август 2025, 09:35

Ҡарт олатайым – ғорурлығыбыҙ!

Яҡты тормошто, матур киләсәгебеҙҙе бүләк итеүсе, илебеҙҙе дошмандарҙан азат итеүсе батыр йөрәкле ҡаһармандар исемлеге араһында минең дә ҡарт олатайым бар. Үҙем уны фотоһүрәттәрҙән һәм яҡындарымдың һөйләүҙәренән генә беләм.

Ҡарт олатайым – ғорурлығыбыҙ!
Ҡарт олатайым – ғорурлығыбыҙ!

Хәйретдин Фәтхетдин улы Нәзиров 1910 йылда Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында тыуған. Уның атаһы Фәтхетдин 7 йыл Төркөстанда хеҙмәт иткән. Бик ауыр шарттарҙа йөрөүе арҡаһында, дүрт балаһын ҡалдырып, үлеп киткән. Иң бәләкәй балаһына, ҡарт олатайыма, биш кенә йәш булған. Уны күрше латыш хуторынан (хәҙерге Архангел районы Максим Горький ауылы) алдынғы ҡарашлы ғаилә уллыҡҡа алған. Һәйбәт тәрбиә биргәндәр: ҡарт олатайым урыҫ һәм латыш телдәрен белеп үҫкән. Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы йылдары уның балалыҡ осорона тура килгән. Латыштар хуторҙан ауылдарға берләшә башлағас, егет ҡорона етеп, тыуған төйәгенә ҡайтҡан һәм ҡарт өләсәйебеҙ Фатиха Мырҙагилде ҡыҙына өйләнгән.
1941 йылдың көҙөндә ҡарт олатайым Ҡыҙыл Армия сафына алынған. Алкинда әҙерлек үткән һәм Ленинградтан күсереп килтерелгән хәрби моторҙар эшләү һәм нефть эшкәртеү заводтарын эшләтеп ебәреүҙә ҡатнашҡан. «Заводты күсереп төҙөү һуғыштан да ауырыраҡ ине», – тип хәтерләп һөйләгән ул әсәйемдәргә. Сөнки фронтты тейешле техника һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булған.
Күп тә үтмәй, ҡарт олатайымды яуға оҙаталар. Ул Белоруссия фронтының 444-се уҡсылар полкында немец илбаҫар­ҙарына ҡаршы батырҙарса һуғышҡан. 1945 йылдың 14 ғинуарында ҡаты яраланған һәм 30 майға тиклем 1397-се ялан госпиталендә дауаланған. Контузия һөҙөмтәһендә ул 9 майға тиклем иҫһеҙ ятҡан. «Шул көндө генә аңыма килгәнмен. Обход ваҡытында хәрби медицина полковнигы Поповтан: «Как на фронте?» – тип һорағас, ул: «Мы победили!» – тип мине ҡосаҡлап алды. Еңеү шатлығын шулай билдәләнек», – тип һөйләгән ейәндәренә.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, ошо полковник һуғыштан һуң Башҡортостанға ҡайтып, оҙаҡ йылдар табип булып эшләгән икән. Дауаханаға барған һайын ҡарт олатайымды, яҡын туғанылай күреп, ҡосаҡлап алыр булған.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ҡарт олатайым I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
Олатайым, әсәйем һөйләүе буйынса, тура һүҙле, намыҫлы, ихлас кеше бул­ған. Алдаҡсыларҙы, ике йөҙлөләрҙе, ялҡауҙарҙы ене һөймәгән. Үҙен кемдәндер айырып күрһәтергә лә тырышмаған. «Бөтә ил менән һуғыштыҡ! Еңеүҙә бөтә халыҡтың да өлөшө бар!» – тип тыйнаҡ ҡына әйтә торғайны, ти әсәйем.
Тыл хеҙмәтсәндәрен дә ныҡ ихтирам иткән. «Фронт кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителмәһә, беҙ еңә алмаҫ инек», – тип һөйләр булған.
Һуғыштан ҡайтып, яралары бер аҙ уңал­ғас, ҡарт олатайым ҡул ҡаушырып ултырмай, инвалидлыҡҡа һылтанып ятмай. Ул колхозда мал көтә, аттар ярат­ҡанға күрә, ат ҡараусы булып эшләй.
Илдә сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, пар ат егеп, 50 саҡрым алыҫлыҡтағы Табын ауылынан хужалыҡтағы техникаға яғыулыҡ-майлау материалдары ташыған. Ошо тырыш һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн ҡарт олатайыма 1957 йылда СССР Юғары Советының указы менән «За освоение целинных земель» миҙалы бирелгән.
Һуңынан һөтсөлөк фермаһына эшкә күскән. Был тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн ул заманда орденға тиң иҫәпләнгән «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына – 100 йыл» юбилей миҙалына лайыҡ булған. Быларҙан тыш, ҡарт олатайымдың Бөйөк Еңеү һәм Совет Армияһының юбилей­ҙары уңайы менән бирелгән бик күп наг­радалары, шулай уҡ колхоз идараһы һәм район советының Маҡтау ҡағыҙҙары бар.
Ҡарт олатайымдар нәҫеленән өс бер туған – Айытбай, Хәйретдин, Ғәлимйән Нәзировтар 1941 йылда һуғышҡа алынып, өсөһө лә фронттың алғы һыҙығында була. Өс бер туғандан Ғәлимйән бабайыбыҙ ғына иң оҙағы йәшәгән.
Ҡарт олатайым менән ҡарт өләсәйем 50 йыл татыу, мөхәббәтле ғүмер иткән. Берҙән-бер улдары – ҡәҙерле олатайыбыҙ Мәүлимбирҙе Хәйретдин улына яҡшы тәрбиә, юғары белем биреп, тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Әлеге көндә ҡарт олатайыбыҙ нигеҙендә әсәйемдең ата-әсәһе – олатайыбыҙ менән өләсәйебеҙ донъя көтә. Беҙ улар янына һәр ваҡыт һағынып, ашҡынып ҡайтабыҙ.
Ҡарт олатайым менән ҡарт өләсәйемдең биш ейән-ейәнсәренән хәҙер беҙ – ун алты бүлә-бүләсәре бар.
«Олатайлы үткән бала сағыбыҙға мең-мең рәхмәтлебеҙ! Уның наҙын, тәрбиәһен, тормош тәжрибәһен алып, намыҫлы һәм илһөйәр булып үҫтек», – ти әсәйем.
Мин дә илебеҙҙең именлеген һаҡлаған ғәзиз ҡарт олатайымдың бүләсәре булыуым менән сикһеҙ ғорурланам.


Гөлнәзирә ТАЙСИНА.
Өфө районы, Шамонин мәктәбе.

Ҡарт олатайым – ғорурлығыбыҙ!
Ҡарт олатайым – ғорурлығыбыҙ!
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас